Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
11 Март 2022, 22:45

“Ә бында – спорт байрамы”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексында Рәсәй кубогына ярыштарҙы һәм биатлон буйынса ил чемпионатын асыу тантанаһында ҡатнашты.

“Ә бында – спорт байрамы”
“Ә бында – спорт байрамы”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 17 мартҡа тиклем Өфөләге “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексында Рәсәйҙең кубогына ярыштарҙы һәм биатлон буйынса ил чемпионатын асыу тантанаһында ҡатнашты.

- Башҡортостанда йәшәгән дүрт миллион кеше исеменән Рәсәй кубогына ярыштарҙа һәм биатлон буйынса ил чемпионатында ҡатнашыу өсөн илебеҙҙең 18 төбәгенән спорт байрамына килгәндәрҙе сәләмләйем. Беларусь Республикаһы йыйылма командаһын айырыуса сәләмләйем, – тине Радий Фәрит улы. – Халыҡ-ара спорт ойошмалары сағыу һәм арҙаҡлы спортсыларыбыҙға нисек тә булһа ауырыраҡ “бәрергә” тип уйлағанда, беҙ бында, Өфөлә, йыйылышырға булдыҡ. Башҡортостанға Рәсәйҙең һәм Беларустың иң яҡшы спортсылары килде. Һәм беҙ бында ысынлап та байрам, спорттың иң яҡшы идеалдары, тыныслыҡ, изгелек аҙнаһы булһын өсөн барыһын да эшләргә тырышасаҡбыҙ. Барыһына ла намыҫлы көрәш һәм шәп еңеүҙәр теләйем! Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, һоҡланабыҙ! Уңыштар!

Спорт сараһын тантаналы асыуҙа Рәсәйҙең Биатлонсылар союзы президенты, ике тапҡыр Олимпия уйындарында призлы урын яулаған Виктор Майгуров та ҡатнашты.

- Пекинда уҙғарылған ярыштар тамашасыһыҙ булды тиерлек. Һәм Башҡортостан коронавирус менән көрәш осоронда йолаларҙы асҡан, көйәрмәндәр өсөн асыҡ беренсе төбәк булды. Бөгөн асыу сараһында ғына түгел, ярыштар ваҡытында ла көйәрмәндәрҙең күп булырына ышанам, – тине ул.

Виктор Майгуров һуңғы ваҡытта Өфөләге биатлон комплексының яҡшырыуы, спортсылар өсөн барлыҡ шарттарҙың булдырылыуы, Өфөлә спорт сараларына әҙерлектең юғары булыуы хаҡында белдерҙе.  

Сарала Рәсәйҙең 18 төбәгенән һәм Беларусь Республикаһынан 123 биатлонсы ҡатнаша.

Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Паралимпия уйындарында ике тапҡыр призлы урын яулаған Александр Давидович та бына ошонда спорт байрамының ойошторолоуы өсөн рәхмәт белдерҙе, ә унда үҙ ҡатнашҡандарға иһә уңыштар теләне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ярышта спринтта, эҙәрлекләү уҙыштарында көс һынашасаҡтар. Александр Логинов, Эдуард Латипов, Максим Цветков, Антон Бабиков, Кәрим Хәлили, Кристина Резцова, Лариса Куклина һәм башҡалар ҡатнашасаҡ.

Ярыштар программаһы:

12 март:
11.00 – спринт 10 км – ирҙәр;
14.00 – спринт 7,5 км – ҡатындар.

14 март:
11.00 – эҙәрлекләү уҙышы: 12,5 км – ирҙәр;
13.30 – эҙәрлекләү уҙышы: 10 км – ҡатындар.

16 март:
11.00 – ҙур масстарт: 15 км – ирҙәр;
13.30 – ҙур масстарт: 12 км – ҡатындар.

Өфөләге “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексына инеү ирекле. Ә ярыштарҙың барышын “Матч ТВ” телеканалы тура эфирында ҡарарға мөмкин.

Альберт Заһиров фотолары.

“Ә бында – спорт байрамы”
“Ә бында – спорт байрамы”
“Ә бында – спорт байрамы”
“Ә бында – спорт байрамы”
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: