Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
11 Март 2022, 19:38

“Үҙебеҙҙекеләр көслөрәк булып сыҡты...”

Салауат Юлаев” хоккей клубы.
Фото:Салауат Юлаев” хоккей клубы.

Рәсәйҙә барған үҙгәрештәр спортҡа ла ҡағылмай ҡалманы. Әлбиттә, спорт та баҙар шарттарында йәшәй. Берәүҙәр океан аръяғына китә, икенселәр, киреһенсә, Рәсәйгә килеп уйнай. Бөгөнгө һүҙем – шайбалы хоккей тураһында.

Сер түгел, республика сит илдәрҙән уйынсыларҙы күп йыйҙы, хеҙмәт хаҡтары ла үҙебеҙҙең хоккейсы­лар­ҙан юғарыраҡ ине. Уларҙың уйындарына һис һүҙем юҡ, “Салауат Юлаев” команда­һының лидерҙары тиһәм, һис тә арттырыу булмаҫ, мо­ғайын. Команданың гене­раль директоры Ринат Бә­ши­ровҡа ла улар менән айы­рылышыу еңел бул­ма­ғандыр, әммә фин хоккейсы­ла­рының Тыуған иле етәк­се­леге уларҙы Рәсәйҙән ҡайтарыуҙы хуп күрҙе. Шу­ның өсөн егеттәрҙе “ҡасып ҡайттылар” тип битәрләү һис урынһыҙ.

Халыҡ-ара хоккей феде­рацияһы Рәсәй уйынсыларын ярыштарҙа ҡатнашыу­ҙан ситләтте, артабан да шу­лай дауам итһә, спорт­сыларҙың яҙмыштарын әйтеүе ауыр. Артабанғы һүҙем – “Салауат Юлаев” командаһының беҙҙең бар­лыҡ легионерҙарыбыҙ ҡайтып бөткәс үткәрелгән беренсе матчы тураһында. Был көндө команда тик үҙебеҙҙең уйынсыларҙан торған берҙән-бер коллектив булып ҡалды. Сит ил спортсыларының ҡайтып китеүенә бошонһам да, эске күңел менән ниндәйҙер еңеллек кисерҙем, сөнки үҙебеҙҙең йәш уйынсыларға юл асылды.

Баш тренерҙың: “Әйҙә­геҙ, егеттәр, үҙегеҙҙе күрһә­тегеҙ инде”, – тип өндәшеүе ниндәйҙер рухи көс өҫтәне хоккейсыларға. Баҡтиһәң, үҙебеҙҙекеләр тағы ла көслөрәк булып сыҡты. Мин уларҙы мисәүҙә йөрөгән ҡолон кеүек күрҙем, эйәһе уны ысҡындырғас та ал-ял белмәй саба ла саба бит ҡолонсаҡ. Республиканың йөҙөк ҡашы булған команданы үҙебеҙҙең йәштәр менән тулыландырайыҡ, уларға юл бирәйек.

Ҡайтыр алдынан беҙҙең һөжүм итеүсе Теему Хартикайнен: “Мин Өфөнө, халҡын яраттым, “Салауат Юлаев”тың уйындарын һәр ваҡыт ҡарап барасаҡмын”, – тип белдергәйне.

 

Әсләм КАМАЛОВ.

Читайте нас: