Волейболдың тәүҙә минтонет тип аталыуы хаҡында белә инегеҙме? Баҡтиһәң, был уйынды 1895 йылда Америкала Уильям Морган исемле физик тәрбиә биреү уҡытыусыһы уйлап сығарған һәм уға баскетболдан, гандболдан, бейсболдан ҡайһы бер элементтар индерелгән.
1896 йылда профессор Альфред Хастер был спорт төрөн волейбол тип атарға тәҡдим иткән. Ул инглиз теленән тәржемә иткәндә “осоп барыусы туп” мәғәнәһен бирә. Рәсәйҙә иң беренсе рәсми уйынды 1923 йылда уҡыу йорттары студенттары араһында үткәргәндәр. Хәҙер донъяла 1 миллиард тирәһе кеше волейбол уйнай һәм был спорт төрө иң хәүефһеҙҙәр рәтенә инә.
Башҡортостанда волейбол яратыусылар бик күп. Әйткәндәй, күптән түгел Ауырғазы районының Талбазы ауылында ҡатын-ҡыҙҙар араһында был спорт төрө буйынса район-ара турнир үткәрелде. Һөҙөмтәлә Әлшәй районы командаһы беренсе урынды яуланы. Судьялар коллегияһы тарафынан Виктория Осипова “Иң яҡшы уйынсы” тип танылды. Команданың тренерҙары – Екатерина Кузнецова менән Эльза Ғәлиева.
Әйткәндәй, әлшәйҙәр 26 мартта Әлшәй районының Раевка ауылында үткәреләсәк Башҡортостан Республикаһының ХХХ Ауыл спорт уйындарының төбәк ярыштарында көс һынашасаҡ.
Айһылыу НИЗАМОВА