

Башҡортостан спортсылары Бөтә Рәсәй “Өйөрмә-2022” роллер спорты буйынса ярыштарҙа икенсе урын яуланы.
Роллер спорты – ул спортсыларҙың роликлы конькиҙарҙа уҙышыуы һәм уның 10-дан ашыу төрө бар. Мәҫәлән, тиҙлекле слаломда иң шәбе тип Өфөнән Демид Ручко табылған. Ул трассаны квалификация ярыштарында – 4,531 секунд, финал йүгереүҙәрендә 5,219 секунд эсендә үткән.
Республикабыҙ командаһы илдең башҡа төбәктәрен алтын һәм, ғөмүмән, миҙалдар һаны буйынса күпкә артта ҡалдырған. Сарала Башҡортостандан барлығы 131 спортсы үҙ көсөн һынаған.
Айһылыу НИЗАМОВА