Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
14 Март 2022, 13:30

200 самаһы турист сит илдә ҡала

Уларҙы сығарыу дауам итә. 

200 самаһы турист сит илдә ҡала
200 самаһы турист сит илдә ҡала

Әле һаман сит илдәрҙә Башҡортостан кешеләре ҡала килә. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә лә һөйләшеү булды. Республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдереүенсә, үткән аҙнала Башҡортостандың Ситуация үҙәгенә ошоға бәйле 90 шылтыратыу һәм социаль селтәрҙә мөрәжәғәт ҡабул иткән.

– Эш башланыу менән барлығы 110 мөрәжәғәт булды. Бөгөнгө көндөң төп проблемаһы – рейстарҙың ғәмәлдән сығарылыуы. Шундай осраҡтар ҙа бар: беҙҙең туристар махсус ойошторолған сығарыу рейстарына ла эләгә алмаған. Мөрәжәғәт иткән 110 кешенең 81-е әле сит илдәрҙә ҡала. Уларҙың 50-һе - путевка алып, ял итергә юлланған  һәм 31-е сит илгә үҙаллы киткән туристар. Үткән аҙнала Ситуация үҙәге ярҙамы менән "үҙаллы" туристар – өлкән йәштәгеләр һәм сабыйлы әсәләр Греция, Польша, Приднестровье һәм Хорватиянан ҡайтҡан, – тине ул.

Төбәк туристик операторҙары һәм Туризм буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикаға 25 февралдән алып тур алып ял итергә киткән 2695  турист ҡайтарылған, тағы 200 самаһы  ҡалған.

Фото: 72.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: