Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
14 Март 2022, 16:00

Ир-егеттәрҙән һуң ҡыҙҙар баҫты саңғыға...

Башҡортостандың баш ҡалаһында ҙур биатлон ярыштары ҡыҙғандан-ҡыҙа.

Ир-егеттәрҙән һуң ҡыҙҙар баҫты саңғыға...
Ир-егеттәрҙән һуң ҡыҙҙар баҫты саңғыға...

Ир-егеттәр араһында Рәсәйҙең Биатлонсылар союзы кубогына ярыштарҙа пасьютта – эҙәрлекләү ярыштарында – белорус спортсыһы Антон Смольский – беренсе, Дмитрий Лазовский - икенсе, Никита Лобастов өсөнсө урынды алды. Улар  - өсөһө лә Беларусь Республикаһынан.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй чемпионаты ярыштарында Свердловск өлкәһенән Ирина Казакевич – беренсе, Ханты-Манси автономиялы округы – Югранан Кристина Резцова – икенсе, Ямал-Ненецк автономиялы округынан Лариса Куклина өсөнсө урын яуланы.

Рәсәй Биатлонсылар кубогына ярыштарҙа иһә Белоруссиянан Динара Әлимбәкова – беренсе, Свердловск өлкәһенән Ирина Казакевич – икенсе, Ханты-Манси автономиялы округы – Югранан Кристина Резцова өсөнсө урынға сыҡты.

Фото: Рәсәйҙең Биатлонсылар союзы.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: