Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
14 Март 2022, 12:30

Кемдәр тәүге урындарҙы яуланы?

Өфөләге “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексында Рәсәйҙең кубогына ярыштар һәм биатлон буйынса ил чемпионаты дауам итә.

Кемдәр тәүге урындарҙы яуланы?
Кемдәр тәүге урындарҙы яуланы?

Өфөләге “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексында Рәсәйҙең кубогына ярыштар һәм биатлон буйынса ил чемпионаты дауам итә.

Бөгөн ирҙәр 12,5 километр арауыҡҡа эҙәрлекләү уҙыштарында көс һынаны. Рәсәй командаһынан Кәрим Хәлили чемпион тип танылды. Икенсе урында – Рөстәм Ҡәйүмов (Ямал-Ненецк автономиялы округы). Өсөнсө урынға Свердловск өлкәһенән Кирилл Бажин сыҡты.

Бөгөн шулай уҡ ҡатындар ҙа 10 километр арауыҡҡа эҙәрлекләү ярыштарында көс һынаясаҡ.
Әйткәндәй, Өфөләге “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексына инеү бушлай. Ярыштар барышын “Матч ТВ” телеканалы тура эфирында ла ҡарарға мөмкин. Ҡарағыҙ, баһалағыҙ, янып-көйөгөҙ!

Фото: Рәсәйҙең Биатлон буйынса союзы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: