Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 12-16 мартта Өфөлә биатлон буйынса уҙған ярышты йомғаҡлап, социаль селтәрҙә уға баһа бирҙе.
"Эдуард Латиповты биатлон буйынса Рәсәй чемпионатында алтын миҙал яулауы менән ҡотлайым - беҙҙең спортсы масс-стартта иң яҡшыһы булды!
Бөгөн Өфөлә ҙур спорт байрамы - биатлон буйынса Рәсәй чемпионаты һәм Рәсәй кубогының финалы тамамлана. Ярыштарҙа илдең 18 төбәгенән һәм Беларусь Республикаһынан спортсылар, шул иҫәптән йыйылма командаларыбыҙҙың лидерҙары ҡатнашты.
Башҡортостанда биатлонды һәр ваҡыт яраттылар, ә хәҙер, ышанам, тағы ла нығыраҡ яратырҙар. Рәсәй Биатлонсылар союзына бындай кимәлдәге ярыштарҙы Өфөлә ҡабул итеү мөмкинлеген ышанып тапшырғандары өсөн ҙур рәхмәт.
Яңы старттар һәм яңы еңеүҙәр көтәбеҙ!" - тине ул.