Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
16 Март 2022, 23:00

“Салауат вариҫтары бирешмәй!”

Иртәгә 19.00 сәғәттә "Салауат Юлаев" Силәбелә “Трактор” менән осраша.

“Салауат вариҫтары бирешмәй!”
“Салауат вариҫтары бирешмәй!”

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.

“Иртәгә 19.00 сәғәттә плей-офф уйындарының икенсе раундында "Салауат Юлаев" Силәбелә “Трактор” менән осраша. Гагарин кубогы өсөн көрәшәбеҙ. Һөжүм итеүсебеҙ Данил Башкировтың әйтеүенсә, “Трактор”ҙы көс хоккейы иҫәбенә генә үтергә мөмкин. Һеҙ быны тормошҡа ашыра аласаҡһығыҙ, тип ышанам, егеттәр!

Салауат вариҫтары бирешмәй: еңеүегеҙгә шикләнмәйбеҙ!”

Фото Андрей Назаровтың сәхифәһенән.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: