Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
16 Март 2022, 20:30

"Улар топонимиканың дөрөҫлөгөн иҫбатлай, тарихын һөйләй"

2022 йылда Башҡортостанда 233 башҡортса туристик билдә барлыҡҡа киләсәк.

"Улар топонимиканың дөрөҫлөгөн иҫбатлай, тарихын һөйләй"
"Улар топонимиканың дөрөҫлөгөн иҫбатлай, тарихын һөйләй"

Башҡортостандың хозур тәбиғәте йыл һайын туристарҙы үҙенә нығыраҡ йәлеп итә. Быйыл бигерәк тә күпләп килерҙәр тип көтөлә. Уларҙы юғары кимәлдә ҡаршылау, шулай уҡ ер-һыу атамаларының, туристик билдәләрҙең башҡортса булыуы мөһим. Быйыл Башҡортостанда башҡортса яҙылған 233 туристик билдә барлыҡҡа киләсәк.

Дөйөм алғанда, бөгөнгә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты республиканың Транспорт министрлығы менән берлектә бөтәһе 1272 туристик билдә урынлаштырған. Шуның 1250-һе төбәк һәм муниципаль әһәмиәттә булһа, 22-һе - федераль юлдарҙа. 

"2022 йылда башҡорт телендә тағы ла 233 туристик билдә урынлаштырыу планы алдыҡ. Ер-һыу атамаларының башҡортса яҙылыуының әһәмиәте шунда: ул урындағы топонимиканың дөрөҫлөгөн иҫбатлай, тарихын һөйләй", - тине Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин.

Шулай уҡ туристик билдәләр турист-рекреацион инфраструктураһы үҫешенә, туристарҙың артыуына ла ярҙам итәсәк.

Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡарарына ярашлы, Өфөлә генә 1500-ҙән ашыу турист навигацияһы йүнәлештәре буйынса билдәләр ҡуйыласаҡ.

Фото: ufa.mk.ru




 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: