Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
17 Март 2022, 23:30

Берҙән-бер гол барыһын да хәл итте!

"Салауат Юлаев"тың Силәбе "Трактор"ы менән осрашыуын түҙемһеҙләнеп көткәйнек...

Берҙән-бер гол барыһын да хәл итте!
Берҙән-бер гол барыһын да хәл итте!

“Салауат Юлаев” хоккей клубының “Трактор” менән матчын тулҡынланып көткәйнек. Теләгебеҙ тормошҡа ашты: Силәбелә үткәрелгән осрашыуҙа юлаевсылар еңеү яуланы!

Уйында берҙән-бер гол барыһын да хәл итте. Шайбаны күршеләр ҡапҡаһына командабыҙҙың һөжүм итеүсеһе Степан Санников индерҙе. Шулай итеп, бөгөнгө матч беҙҙең файҙаға 1:0 иҫәбе менән тамамланды.

Был ике команданың киләһе уйыны шәмбе шулай уҡ Силәбелә буласаҡ: Мәскәү ваҡыты менән 15.00 сәғәттә башлана. "Салауат Юлаев"ҡа еңеүҙәр теләйбеҙ, Гагарин кубогын көтәбеҙ!

Фото: “Чемпионат”.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: