Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
17 Март 2022, 21:00

Быймалылар – хоккейҙа, быймаһыҙҙар – өйҙә

Бөрйән районының Байназар мәктәбендә әленән-әле төрлө спорт уйындары ойошторола. Сираттағыһы айырыуса үҙенсәлекле булды.

Быймалылар – хоккейҙа, быймаһыҙҙар – өйҙә
Быймалылар – хоккейҙа, быймаһыҙҙар – өйҙә

Хеҙмәткәрҙәренең ялын файҙалы итеп үткәреүгә даими иғтибар бүлгән, һәр саҡ коллективын, мәктәбен спортҡа, сәләмәт тормош алып барыуға әйҙәгән директор Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев етәкселек иткән Бөрйән районының иң ҙур белем усаҡтарының береһе Байназар мәктәбендә әленән-әле төрлө ҡыҙыҡлы спорт уйындары ойошторола.

“Сәләмәт мәктәп” республика программаһы һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан 14 мартта бында Байназар мәктәбенең ике йыйылма командаһы һәм уның Мәһәҙей, Яуымбай, Мораҙым филиалдары, Байназар балалар баҡсаһы командалары ҡатнашлығында беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар араһында үҙенсәлекле хоккей турниры үтте. Был уйындың үҙенсәлеге шунда: хоккейсы ҡатын-ҡыҙҙар конькиҙа түгел, ә быйма кейеп боҙҙа сәкән менән туп һуҡты. Әйткәндәй, сараны һәр кем түҙемһеҙлек менән көтөп алды.

Иң башта мәктәп етәксеһе Йәмил Ишбулды улы гүзәл зат вәкилдәрен ҡотланы һәм мәктәп тарихында беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар араһында үткәрелгән хоккей буйынса ярыштың артабан йыл да март айында үткәреләсәге хаҡында белдерҙе, командаларға уңыштар теләне. Ул шулай уҡ, форсаттан файҙаланып, быйылғы “Йыл педагогы-2022” республика конкурсында ҡатнашып, юғары уңышҡа өлгәшкән, лауреат исеменә лайыҡ булған Мәһәҙей филиалының мәктәпкәсә төркөмө тәрбиәсеһе Әлфиә Басир ҡыҙы Ишемоваға маҡтау ҡағыҙы, ҡиммәтле бүләк тапшырҙы, маҡтаулы эшендә юғары үрҙәр теләне.

Уйынға дәрт-сәм өҫтәп, ошо сараны үткәреүгә ныҡлы әҙерләнгән мәктәп тренеры, физкультура уҡытыусыһы Флүр Хәлил улы Дәүләтшин башҡарыуында күңелдәргә үтеп инерлек йыр-моң көслө алҡыштарға күмелде. Артабан ул ярыш тәртибе менән таныштырғас, йәрәбә буйынса исемлек билдәле булды.

Баш судья Флүр Хәлил улы иң беренсе тупты боҙға һелтәп, хоккейға старт бирҙе һәм уйын барышын башынан аҙағына тиклем тулыһынса үҙ контроленә алды. Байназар мәктәбе директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары Фәнил Ғәйәз улы Мөхәмәтйәнов, уйын барышына күҙәтеү яһап, мәғлүмәттәрҙе еткерә барҙы. Физкультура уҡытыусыһы, йәш белгес Динар Йәмил улы Нурғәлин дә хоккейсыларға ҡарата уйындар барышында бик иғтибарлы булды. Быйма кейеп хоккей уйнаусылар майҙанда үҙҙәрен бик иркен тотто. Иҫ киткес матур аралашыу, саф һауала рәхәтләнеп, кинәнеп уйнау, дуҫлыҡ мөхите, күңелле ял – бында ҡатнашҡан һәр кемдең йөҙөнә сыҡҡайны.

Командаларҙың һәр береһенең үҙенә генә хас кейемдәренә иғтибар итмәү мөмкин түгел ине. Байназарҙарҙың командаларының үҙ формаһы, Мораҙым, Яуымбайҙарҙың кейемдәре лә шәп. Мәһәҙей түңгәүерҙәре Башҡортостаныбыҙ байрағы менән “Берҙәм Рәсәй” футболкаһы, кепкаһын кейеп, исем, девиз, йырҙары менән килеп инде уйын үтәсәк майҙанға. Үҙҙәрен тотоуҙарына ҡарағанда, һәр береһенең ярышҡа килгәндә үк еңелмәҫкә иҫәп тотоуын тойомларға була ине.

Һөҙөмтәләргә килгәндә, мәрәйҙәр һаны буйынса мәктәп хакимиәте ағзаларын тәшкил иткән “Байназар мәктәбе-1” ҡатын-ҡыҙҙар командаһы беренселекте яулап, маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды һәм тәүге турнирҙың күсмә кубогы уларға тапшырылды. Икенсе урынға “Байназар балалар баҡсаһы” командаһы сыҡһа, өсөнсөнө Мәһәҙей филиалының “Түңгәүер” командаһы уйынсылары яулап, маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды.

“Иң көслө һөжүм итеүсе” исеменә Мәһәҙей филиалының мәктәпкәсә төркөмө ашнаҡсыһы Ләйсән Әбүбәкер ҡыҙы Ишемова лайыҡ булды. Байназар мәктәбенең  кадрҙар бүлеге инспекторы Гөлсөм Раил ҡыҙы Муллағолова “Иң шәп хоккей ҡапҡасыһы” исемен яулаһа, Рима Дамулла ҡыҙы Ишбулатова “Иң шәп һаҡсы” исеменә лайыҡ булды. Уларға маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.

Быймала хоккей уйынында әүҙем ҡатнашҡан Яуымбай, Мораҙым, “Байназар мәктәбе-2” уйынсыларына дипломдар бирелде.

Был сарала кемдер тәжрибәһенә таянһа, кемдер үҙ көсөнә ышанды. Араларында тәүге тапҡыр ғына майҙанға сығып уйнаусылар ҙа юҡ түгел. Йәмил Ишбулды улы: “Айыуҙы ла бейергә өйрәтәләр, кеше эшләй алмаған эш тә, кеше уйнай алмаған уйын да юҡ ул”, – тип уйынсыларҙы дәртләндерҙе. Әйткәндәй, командалар өсөн “ауырыусылар”ҙың да күп булыуы һоҡландырҙы. Быймалы хоккей уйындары үтә лә сәмле, ҡыҙыу барҙы. Бына шулай, быймалылар – хоккейҙа, быймаһыҙҙар өйҙә ҡалды был көндә – хоккей батырҙар, сәмлеләр, ҡыйыуҙар уйыны шул.

Иң аҙаҡтан, иҫтәлеккә күмәкләп фотоға төшкәндән һуң, матур табында ҡайнар сәй эсеп, ҡыуанып, илһамланып таралышты хоккейсылар. Ысынлап та, сәләмәт тормошто маяҡ итеп, коллективын бер ғаиләгә туплап, ваҡытты дөрөҫ бүлеп, матур йүнәлеште үҙ иткән байназарҙарға “Афарин!” тиергә ҡала. Был берҙәм коллективҡа йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙә юғары үрҙәр теләйбеҙ.

Сәйҙә СӘЙӘХОВА.

Бөрйән районы, Байназар ауылы.

Быймалылар – хоккейҙа, быймаһыҙҙар – өйҙә
Быймалылар – хоккейҙа, быймаһыҙҙар – өйҙә
Быймалылар – хоккейҙа, быймаһыҙҙар – өйҙә
Быймалылар – хоккейҙа, быймаһыҙҙар – өйҙә
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: