Белеүебеҙсә, “Салауат Юлаев” хоккей клубы составындағы сит ил спортсылары үҙҙәренә ҡайтҡайны һәм бер тренер Томи Ламса ғына баш ҡалабыҙҙа ҡалғайны.
Фин тренеры был хәлгә ошондай аңлатма биргән. “Баш тренер – минең өсөн яуаплы вазифа. Һәр кем төрлө тормош хәлдәренә йәки ниндәй ҙә булһа берәй баҫымға дусар ителәлер. Ә мин күптән инде төрлө хәлдәргә күнегеп бөткәнмен, шуға аҙаҡҡа тиклем Өфөлә ҡалам”, – тип белдергән.
Әйткәндәй, кисә плей-офтың икенсе раундында юлаевсылар Силәбелә “Трактор” менән осрашты. 19 мартта юлаевсылар йәнә был ҡалала ошо уҡ команда менән көс һынашасаҡ. “Өфө-Арена”ла матчтар иһә 21 һәм 23 мартта үтер тип көтөлә.
Айһылыу НИЗАМОВА