Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
18 Март 2022, 11:02

Данил бирешмәне

sport.bashkortostan.ru
Фото:sport.bashkortostan.ru

Элек-электән көрәш халҡыбыҙҙың иң яратҡан спорт төрҙәренең береһе булған һәм хәҙер ҙә уға ҡыҙыҡһыныу кәмемәй. Киреһенсә, көрәштең төрлө төрҙәрен үҙ итеүселәр күп.

Мәҫәлән, грек-рим көрәшен алайыҡ. Ул – ҡапма-ҡаршы тороп көрәшеүҙең Европа төрө. Көрәш ҡағиҙәһе буйынса спортсы, билдәле техник хәрәкәттәр ҡулланып, ярышташының ти­геҙ­леген юғалтыуға килтерергә һәм уны арҡаһына әйләндереп, салҡан йығып һалырға тейеш. Грек-рим көрәшендә, ирекле көрәштән айырмалы, аяҡтар менән техник хәрәкәттәр яһау, мәҫәлән, дәғүәләшсеһенең тәнен эләктереү, уға аяҡ салыу, уны кинәт тартыу һәм аяҡтарын ҡулдар менән эләктереү кеүек алымдар тыйыла.

Күптән түгел Октябрьский ҡалаһында 18 йәшкә тиклемге йәш үҫмерҙәр араһында грек-рим көрәше буйынса Рәсәй беренселеге үткәрелде. 51 кило­грамға тиклемге ауырлыҡ үлсә­мендә Башҡортостан исеменән сығыш яһаған Данил Мәрҙәнов финалда Мордовиянан Руслан Лукьяев менән көрәште һәм ил кимәлендәге спорт сараһының еңеүсеһе тип танылды. Рес­публикабыҙ спортсыһы алышты ваҡытынан алда 9:0 иҫәбе менән тамамланы. Шуны бил­дәләргә кәрәк: һәр спортсының  уңыштарында, ҡаҙаныш­тарын­да тренерының өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Данилдың тренер­ҙары иһә Д.В. Франк һәм А.В. Зиманов.

Тағы 48 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә рес­публикабыҙ исеменән сығыш яһаған Илья Кандалин (тренеры – А.В. Зиманов) финал ярыштарында Мәскәүҙән Илья Панютин менән осрашты. Үке­нескә ҡаршы, уңыш яҡта­шы­быҙҙы урап үтте һәм ул, илебеҙ баш ҡалаһы спортсыһынан 11:0 иҫәбенә еңелеп, икенсе урынға лайыҡ булды.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас: