Һуңғы көндәрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһындағы “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексы көйәрмәндәрҙең, бигерәк тә ҡышҡы спорт төрҙәрен яратыусыларҙың, иғтибар үҙәгенән төшмәне, тиһәк, һис хата булмаҫ, моғайын. Бында ҙур биатлон байрамы үткәрелде, иң-иңдәр асыҡланды.
Шулай итеп, 17 мартҡа тиклем республикала Рәсәй кубогына ярыштарҙа, биатлон буйынса ил чемпионатында Рәсәйҙең 18 төбәгенән һәм Беларусь Республикаһынан 123 биатлонсы көс һынашты. Спорт сараһын тантаналы асыуҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең Биатлонсылар союзы президенты, ике тапҡыр Олимпия уйындарында призлы урын яулаған Виктор Майгуров та ҡатнашты.
Александр Логинов, Эдуард Латипов, Максим Цветков, Антон Бабиков, Кәрим Хәлили, Кристина Резцова, Лариса Куклина һәм башҡа исемдәре тотош донъяға танылған биатлонсыларҙың баш ҡалабыҙҙағы ярыштарҙа үҙ көсөн һынауы әллә күпме балала спорт менән шөғөлләнеүгә теләк-ынтылыш уятмай ҡалмағандыр, күптәрҙә сәләмәт тормош алып барыуға этәргес булғандыр, тип ышанабыҙ. Өҫтәүенә, Өфөләге “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексына инеү бушлай, ә ярыштар барышын “Матч ТВ” телеканалы аша тура эфирҙа ҡарарға мөмкин ине.
Сараның һуңғы көнөндә – 16 мартта – ҙур масс-старт үткәрелде: ҡатын-ҡыҙҙар – 12, ир-егеттәр 15 километр арауыҡҡа алышты. Исемлек Рәсәйҙең Биатлонсылар союзы рейтингы, шулай уҡ ил чемпионаты һәм Рәсәй Биатлонсылар союзы кубогына уҙыштар буйынса төҙөлгәйне.
Ир-егеттәр араһында Башҡортостан исеменән сығыш яһаған Эдуард Латипов Рәсәй чемпионатында 15 километр арауыҡты 41 минут 15,2 секунд эсендә үтте һәм дүрт ут “рубежы”ның икәүһендә яҙа атты. Даниил Серохвостов (0,4 секундҡа артта ҡалды һәм ике тапҡыр сәпкә тейгеҙә алманы) финалға икенсе булып килһә, өсөнсө урынға Кәрим Хәлили лайыҡ булды (+26,7; 1).
Ә бына Рәсәй Биатлонсылар союзы кубогына ярыштарҙа Эдуард Латипов көмөш миҙал яуланы, алтын миҙалды Беларусь Республикаһынан Никита Лобастов алды. Өсөнсө урында Даниил Серохвостов (Новосибирск өлкәһе/Алтай крайы) ине.
Ҡатын-ҡыҙҙарға килгәндә, масс-стартта Төмән өлкәһенән Виктория Сливко Рәсәйҙең кубогына ярыштарҙа ла, биатлон буйынса ил чемпионатында ла беренселекте яуланы.
Гүзәл зат вәкилдәре ҡатнашҡан ярыштар һөҙөмтәләре түбәндәгесә булды:
Әйткәндәй, биатлонды үҙ итеүселәр һәм Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенә яҙылыусылар Рәсәй кубогына ярыштарҙа һәм биатлон буйынса ил чемпионаты стартында спортсыларҙан автографтар алыу мөмкинлегенә эйә булды: ведомство етәксеһенең биатлон тарихы тураһындағы һорауҙарына яуап бирҙеләр. “Викторинала ҡатнашыусыларға биатлонсыларҙың автографтарын бүләк итеү тураһында вәғәҙә биргәйнем. Һүҙемдә торам! 60 кеше иҫтәлекле бүләктәргә – Рәсәйҙең иң шәп биатлонсыларының автографтарына – нисек эйә булыу тураһындағы хәбәрҙе аласаҡ”, – тип яҙҙы Руслан Хәбибов.
Шулай итеп, Өфөлә үткәрелгән ҙур биатлон ярыштары ваҡытында иң отҡор, сос һәм шәп көйәрмәндәр бик үҙенсәлекле бүләкте лә эләктерҙе.
Өфөләге “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексында ярыштар тамамланды, тик был спортсылар өсөн ял итеүгә сәбәп түгел, әле үк улар киләһе ярыштарға әҙерлекте башланы, күнекмәләрҙе үткәреүен дауам итә. Ни тиһәң дә, спорт туҡталып ҡалыуҙы “үҙһенмәй”, тик ныҡышмалдарҙы, сәмселдәрҙе һәм маҡсатлыларҙы ғына “ярата”.
Айһылыу НИЗАМОВА