Фитнес-аэробика – тотош донъяла киң танылыу яулаған иң “йәш” спорт төрҙәренең береһе. Ул Бөтә Рәсәй спорт төрҙәре реестрында теркәлгән. Спорт менән сәнғәттең үрелеп барыуы, төрлө хәрәкәттәрҙең һәм музыканың берҙәмлеге фитнес-аэробиканы ҡабатланмаҫ, һоҡланғыс һәм ғәжәйеп спорт төрөнә әйләндерә.
Күптән түгел Һамар ҡалаһында Волга буйы федераль округының фитнес-аэробика буйынса “Волга киңлектәре-2022” беренселеге үткәрелде. Унда Башҡортостан данын Нефтекама, Өфө һәм Яңауыл спортсылары яҡланы. Ярыштар һөҙөмтәләре буйынса командаларыбыҙ төрлө кимәлдәге алты миҙалға лайыҡ тип табылды. “Арт-Инфинити” кадеттар (тренерҙары – Т.В. Вәлиева, Т.Д. Бутусова), “Инфинити” йәш үҫмерҙәр (Т.В. Вәлиева, Т.Д. Бутусова), “Форвард” өлкәндәр (Т.В. Вәлиева, Т.Д. Бутусова, Д.Р. Аптукаева) командалары беренсе урынды яулаһа, “Даймондс” кадеттар һәм йәш үҫмерҙәр (А.А. Вәлиева, И.С. Йосопова), “Арт-Данс” (Т.В. Вәлиева, Д.Р. Аптукаева) икенсе урынға сыҡты.
Әйткәндәй, был ярыштар еңеүселәре, призлы урындарҙы яулаусылар Рәсәй чемпионатында һәм беренселегендә ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Был спорт саралары быйыл апрелдә үткәрелер тип көтөлә.
Айһылыу НИЗАМОВА