Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
22 Март 2022, 15:30

Туристар ҡайтыуҙы көтә

Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, 24 февралдән ойошҡан рәүештә ял иткән 3187 турист өйөнә ҡайтҡан.

Туристар ҡайтыуҙы көтә
Туристар ҡайтыуҙы көтә

Әле һаман сит илдәрҙән ҡайта алмаған туристар бар. Бөгөн Хөкүмәттәге кәңәшмәлә ошо турала һөйләшеү ҙә булды. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдереүенсә, бөтәһе 187 мөрәжәғәт килгән, шуларҙың 75-е – үткән аҙнала.

“Һөҙөмтәлә 74 турист Рәсәйгә ҡайтты, бөгөн штабҡа  мөрәжәғәт иткән 105 кеше ҡайтыуҙы көтә, уларҙың 86-һы туроператор аша сит илгә юлланған һәм 19 үҙ аллы турист. Радий Фәрит улы, һеҙҙең ярҙамығыҙ менән уҙған аҙнала имсәк балаһы булған ғаиләне кире ҡайтарыуға өлгәшелде. Египеттан осоуға бәйле ҙур ҡыйынлыҡтар килеп тыуҙы. Бөгөн унда туристик операторҙар аша киткән 119 кеше бар, беҙ Ростуризм, консуллыҡ менән бәйләнештә, граждандарыбыҙға ярҙам итәбеҙ һәм мәсьәләне хәл итәбеҙ”, – тине ул.

Маргарита Болычева әйтеүенсә, Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, 24 февралдән ойошҡан рәүештә ял иткән 3187 турист Башҡортостанға ҡайтҡан.

Фото: ekb.sm.news

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: