Башҡортостанға 2022 йылдың йәйендә туристарҙың күпләп килеүе көтөлә. Был хаҡта Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгендә үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин белдерҙе.
– Ағымдағы геосәйәси хәл һәм дәүләтебеҙгә ҡаршы санкциялар индереү, һис шикһеҙ, сит илдә ял итеү мөмкинлектәренә кире йоғонто яһаясаҡ. Һөҙөмтәлә эске туризмға ихтыяж артасаҡ, – тине Ринат Фәтҡуллин. – Беҙҙең төп бурыс – ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа республика туроператорҙарына ярҙам итеү һәм Башҡортостандың туристик ҡеүәтен мөмкин тиклем күберәк файҙаланыу өсөн уларҙың үҫешенә булышлыҡ ҡылыу. Бының өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.
Эске туризмды үҫтереү өсөн федераль кимәлдә ҡайһы бер һөҙөмтәле саралар күрелде. Мәҫәлән, 15 марттан туристик кешбэк программаһы тергеҙелде. Һүҙ “МИР” картаһы менән түләгәндә юлламаға тотонолған аҡсаның 20 процентын ҡайтарыу хаҡында бара. 31 марттан балалар туристик кешбэк программаһы башлана. Баланы 1 майҙан алып йәй буйына, 30 сентябргә тиклем лагерға ебәрергә мөмкин. Кешбэк түләнгән сумманың 50 процентҡа тиклемен, иң күбе – 20 мең һум тәшкил итәсәк.
Башҡортостан – ҙур булмаған сәфәрҙәр барышында 5-9-сы класс уҡыусылары өсөн мәктәп туризмын субсидиялау буйынса пилот төбәктәренең береһе. Республикаға ҡаралған квота 11 106 кеше тәшкил итә.
Һалым кодексына ҡунаҡхана тармағы өсөн биш йылға өҫтәлгән хаҡҡа һалымды бөтөрөү өлөшөнә төҙәтмәләр индерелә. Республикала 312 классификацияланған туриндустрия объекты НДС түләүҙән азат ителеүгә иҫәп тота ала. Ә классификация үтмәгән ҡунаҡханаларға был процесты тиҙләтеү өсөн яҡшы этәргес буласаҡ.
“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектына ярашлы, грант программаларының башланыуын иғлан иттеләр. Федераль субсидияларға модулле капиталь булмаған объекттар, пляждар, турмаршруттар төҙөргә, туристар өсөн уңайлы мөхит булдырырға мөмкин. Төбәктең максималь рәүештә 343 миллион һумға тиклем аҡса алыуы мөмкин.
Көрсөккә ҡаршы саралар комплексын республика кимәлендә лә күҙ уңында тоталар. Мәҫәлән, Туризм буйынса дәүләт комитеты йәйге миҙгел башланғанға тиклем туриндустрияға ярҙам итеү буйынса бер нисә тәҡдим әҙерләгән.
Оло йәштәгеләр һәм инвалидтар социаль турға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплай ала. Республика буйынса йыллыҡ квота 900 кеше тәшкил итә. Бынан тыш, 2020 йылдан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән төбәктә “Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм” проекты тормошҡа ашырыла. Ул республикала урынлашҡан ҡыҙыҡлы туристик объекттар буйлап бер көнлөк экскурсияла йөрөүҙе күҙ уңында тота. 2022 йылда ошо маҡсатҡа 8,1 миллион һум ҡаралған, ул дүрт мең өлкән кешене йәлеп итергә мөмкинлек бирергә тейеш. Радий Хәбиров Туризм буйынса дәүләт комитетына республиканың Финанс министрлығы менән берлектә программаны финанслауҙы арттырыу мәсьәләһен өйрәнергә ҡушты. Унда 10-12 мең кеше ҡатнаша алырға тейеш тигән бурыс ҡуйылды.
Ринат Фәтҡуллин 2022 йылда тармаҡ алдында торған төп бурыстар иҫәбендә автомобиль, круиз һәм йылға туризмын үҫтереүҙе, республика туристик продукттарын һатыу географияһын киңәйтеүҙе, шул иҫәптән ҙур федераль туроператорҙар менән хеҙмәттәшлек юлы аша, пакет турҙары иҫәбенә Башҡортостан буйлап арзан сәйәхәттәр ойоштороуҙы атаны. Шулай уҡ йыл аҙағына тиклем төбәктең туристик тармағына 10-дан ашыу потенциаль инвестор йәлеп итеү күҙаллана.
Радий Хәбиров “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығын булдырыу буйынса эштәр барышы менән ҡыҙыҡһынды. Төбәк Хөкүмәте вице-премьеры Рәйеф Әбдрәхимов, комплекс май аҙағында техник асыуға әҙер буласаҡ, тип белдерҙе. Республика етәксеһе ошо үҙенсәлекле музейҙы асыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
– Аэропортыбыҙ эшмәкәрлеген дә үҫтереү мөһим. Беҙҙең өсөн бөтөн донъя ябылманы. Шуға күрә яңы туристик йүнәлештәр уйларға, рейстар ойошторорға кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Киләһе аҙнала туроператорҙар, ҡунаҡхана бизнесы, профилле ведомстволар етәкселәре ҡатнашлығында туризмды үҫтереү буйынса ҙур кәңәшмә үткәрергә тәҡдим итәм. Мәсьәләләрҙе ентекле тикшерербеҙ. Быйыл беҙҙе туристарҙың күпләп килеүе көтә, һәм республика быға әҙер булырға тейеш.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.