Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
28 Март 2022, 15:30

Сит илгә бармай тороуығыҙ хәйерле

Үҫмер ҡыҙға Мысырҙан ҡайтырға ярҙам иткәндәр. 

Сит илгә бармай тороуығыҙ хәйерле
Сит илгә бармай тороуығыҙ хәйерле

Башҡортостанға сит илдә тороп ҡалған туристарҙы алып ҡайтыу дауам итә. Бөгөнгө кәңәшмәлә лә ошо турала һөйләшеү булды. Республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдереүенсә, 24 февралдән 25 мартҡа тиклем сит илдән йәмғеһе 3315 кеше ҡайтҡан. Әлегә тиклем сит илдә 172 турист, шул иҫәптән Шарм-эль-Шейхта 55 һәм Хургадала 98 турист ҡала.

Министр Шарм-эль-Шейхта ярыштарға тип китеп, ҡайта алмаған 17 йәшлек Өфө ҡыҙыҡайы яҙмышы тураһында һөйләне.

– Улар 4 марттан алып Мысырҙа, кире билеттары булмаған. Ата-әсәләр бер нисә тапҡыр был мәсьәләне хәл итергә тырышҡан тик килеп сыҡмаған. 24 мартта улар беҙҙең Ситуация үҙәгенә, үкенескә күрә, сығарыу рейсы ҡайтҡандан һуң мөрәжәғәт иттеләр. Ләкин уҙған ял көндәрендә ҡарар табылды – бала әле Мәскәүҙә һәм бөгөн ғаиләһе менән өйөнә ҡайтып китә, – тине ул.

Бынан тыш, Маргарита Болычева хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың Ситуация үҙәге ярҙамында Мысырҙан Башҡортостанға донъяла килеп тыуған хәлдәр арҡаһында билет һатып алыу менән ҡыйынлыҡ кисергән 77 турист ҡайта алған.

“Беҙ бик шатбыҙ, өйгә ҡайтыу юлы бик оҙайлы булды, теүәл тәүлек буйына – автобуста Каирға тиклем 450 километр барҙыҡ, һуңынан 7 сәғәт буйы Махачкала аша Мәскәүгә остоҡ, һәм артабан тағы ла дүрт сәғәт аэропортта ултырҙыҡ. Ниһайәт, өйгә ҡайттыҡ. Республика етәкселегенә рәхмәт!”, – тине кешеләр.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иһә халыҡҡа әгәр бик кәрәкмәһә, сит илдәргә сыҡмаҫҡа кәңәш итте.

– Сит илгә сығыр алдынан ныҡлап уйларға кәрәк. Донъяла нимә барғанын күреп тораһығыҙ бит, русофобия арта. Минеңсә, унда булыу хәүефле. Балалар менән барыу бигерәк уңайһыҙ, насар һүҙҙәр ишетеүең бар, – тине Радий Хәбиров.

Шуға күрә ул Башҡортостан кешеләренә үҙебеҙҙә ял итеү мөмкинлеген ҡарарға кәңәш итте. Бының өсөн беҙҙә шарттар ҙа булдырылған.

Фото: ug.tsargrad.tv

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: