Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
30 Март 2022, 22:30

"Властың ярҙамы ҙур"

Руслан Хәбибов республикабыҙҙағы спорт ҡаҙаныштары тураһында һөйләне.

"Властың ярҙамы ҙур"
"Властың ярҙамы ҙур"

Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов “МЫ ВМЕСТЕ. Спорт” хәрәкәтенә ярҙам йөҙөнән спорт форумын барып ҡараны. Был йыйын йыл да үткәрелә торған “SportForumLive” Рәсәй Спорт министрлығының конгресс-күргәҙмәләр сараларына ярашлы ойошторола.

Форумда бөтә йүнәлештәр буйынса ла Рәсәйгә ҡаршы санкцияларға яуаптар ҡабул ителәсәк. Киң күләм, балалар-үҫмерҙәр, профессиональ спорт, юғары күрһәткестәр спорты һәм халыҡ-ара спорт хеҙмәттәшлеген үҫтереү - шуға асыҡ миҫал. Сарала Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко һәм спорт министры Олег Матыцин менән осрашыу булды. Башҡортостан спорт министры Руслан Хәбибов республикабыҙҙағы спортсыларҙың ҡаҙаныштары тураһында һөйләне, яңы проекттар менән таныштырҙы. Төбәгебеҙҙең спорт үҫешенә тос ярҙам иткәндәре өсөн илебеҙ Хөкүмәтенә рәхмәт белдерҙе.

"Спортсыларҙың уңыштарына һөйөнәбеҙ, – тине Руслан Хәбибов. – Әлбиттә, Рәсәйҙең бөтә спорт вертикале власының ярҙамын ныҡ тоябыҙ, шулай уҡ Башҡортостан Башлығы, Хөкүмәт ныҡлы булышлыҡ күрһәтә. Беҙҙә “Ауыл тренеры” проекты уңышлы тормошҡа ашырыла".

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: