Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
1 Апрель 2022, 10:32

Александр өс миҙал яуланы

Александр Давидович –  былтырғы донъя чемпионатының алты тапҡыр бронза призеры, Сочиҙа үткән 2014 йылғы Паралимпия уйындарында бронза миҙалға лайыҡ булған, терәк-хәрәкәт аппараты зарарланғандар араһында саңғы ярышы һәм биатлон буйынса күп тапҡыр Рәсәй чемпионы исемен яулаған спортсы.

Башҡортостандан булған был берҙән-бер вәкил “Беҙ бергә. Спорт”  ҡышҡы уйындарында өс миҙал яуланы. Спортсы бер көмөш һәм ике бронза миҙал өсөн 5,9 миллион һум аҡса аласаҡ. Ошондай сумма Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән раҫланған.

Был документҡа ярашлы, атлеттарҙың яуланған приздары суммаһы Паралимпия уйындарында планлаштырылған миҙалдар суммаһына тиң: алтын миҙал – дүрт миллион һум, көмөш миҙал өсөн – 2,5 миллион һум, бронза өсөн – 1,7 миллион һум.

“Спортсыларҙы әҙерләүҙә ҡатнашҡан тренерҙар ҙа, белгестәр ҙә аҡсалата бүләкләүҙәр аласаҡ. Уларҙы премиялау тәртибен Рәсәйҙең спорт министрлығы, Финанс министрлығы һәм Рәсәйҙең Паралимпия уйындары комитеты берлектә асыҡлаясаҡ”, – тип белдергәндәр Министрҙар Кабинетында. 

Рәсәйҙә ҡышҡы Паралимпия уйындары 18 – 20 мартта Ханты-Манси ҡалаһында үткәрелде. Унда Рәсәйҙән, Белоруссиянан, Әрмәнстандан, Ҡаҙағстандан һәм Тажикстандан 100-ҙән ашыу спортсы үҙ көсөн һынаны. Алты спорт төрө буйынса барлығы 45 миҙал тупланмаһы үҙ хужаларын тапты.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас: