Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
1 Апрель 2022, 10:29

Футболды етеҙҙәр, сәмселдәр ярата

Рәшит Зәйнуллин.
Фото:Рәшит Зәйнуллин.

Күптән түгел Ҡырмыҫҡалы ауылындағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең физкультура-һауыҡтырыу комп­лексында 2005 йылғылар, унан кесерәктәр араһында мини-футбол буйынса беренселек үткәрелде.

Турнирҙа Салауат, Благовар, Ауырғазы, Миәкә, Шаран, Ҡырмыҫ­ҡалы райондарынан, Дүртөйлө, Межгорье, Сибай һәм Бөрө ҡалаларынан 10 команда үҙ көсөн һынаны. Бөрөләр беренселекте яуланы, икенсе урынға – Благовар, өсөнсө урынға Межгорье вәкилдәре сыҡты. Дүртенсе урынды Ҡырмыҫҡалы районы командаһы алды. Еңеүселәргә һәм призлы урын яулаусыларға кубоктар, миҙалдар һәм грамоталар тапшырылды.

Турнирҙың иң яҡшы уйынсылары ла билдәләнде:

иң яҡшы ҡапҡасы –  Тимур Кашапов (Благовар районы);

иң яҡшы һаҡсы – Егор Саяпов (Бөрө);

иң яҡшы һөжүм итеүсе – Александр Шматков (Межгорье);

иң яҡшы бомбардир – Антон Фәйзуллин (Ҡырмыҫҡалы районы);

иң яҡшы уйынсы –  Данил Сарванов (Бөрө).

Бынан тыш, Ҡырмыҫҡалы ауы­лын­дағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең физкультура-һауыҡ­тырыу комплексында 2008 йылғы һәм унан бәләкәйерәк ҡыҙҙар, егеттәр араһында мини-футбол буйынса төбәк этабы ярыштары тамамланды. Унда, ете егеттәр һәм дүрт ҡыҙҙар командаһы үҙ көсөн һынаны. Көслө зат вәкилдәре араһында беренсе урынға Ауырғазы районы командаһы сыҡһа, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Өфө, Ҡырмыҫҡалы райондары спортсылары бүлеште. Гүзәл зат вәкилдәре араһында беренселекте Өфө районы спортсылары яулаһа, икенсе урынға – Ауырғазы, өсөнсөгә Ҡырмыҫҡалы районы футболсылары сыҡты. Көслөләр республика XXIV Уҡыусылар спартакиадаһында көс һынашасаҡ.

Ҡырмыҫҡалы районы.

Тамерлан ҒӘНИЕВ, Шаран районының “Оҫта” йәш футболсылар командаһы ҡапҡасыһы:

– Бәләкәй сағымдан спорт  менән шөғөлләндем, дүрт йәшем­дә үк ҡапҡасы булыу тураһында хыяллана инем. Тренерыбыҙ Артур Фаил улы Шәйхиевкә рәхмәт. Ул – тәжрибәле остаз. Былтыр командабыҙ балалар ауыл командалары араһында футбол буйынса Бөтә Рәсәй “Башаҡҡай” ярышы­ның республика этабында еңеүсе тип танылды.

Әйткәндәй, футбол менән генә мауыҡмайым, тағы лапта менән ныҡлап шөғөлләнәм. Ғөмүмән, сәләмәт тормош алып барыу, спорт менән дуҫ булыу яҡлымын.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: