Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
1 Апрель 2022, 10:31

Иң-иңдәр асыҡланды

Ҡасандыр каратэ дошмандарҙың һөжүм итеүенән һаҡланыр хәрби сәнғәт төрө булараҡ барлыҡҡа килгән. Бөгөн иһә ул тотош донъяла киң танылыу тапҡан спорт төрҙәренең береһе һанала.

Күптән түгел Һарытауҙа 10 – 13 йәшлек спортсылар араһында –  Волга буйы федераль округы беренселеге, 14-15 йәшлектәр араһында Рәсәй спартакиадаһы этабы, шулай уҡ төбәк-ара турнир үткәрелде. Ярыштарҙа Өфөләге 12-се спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре, “Империя”, “Сапсан”, “Лидер” спорт клубтары,   Белорет ҡалаһы спортсылары үҙ көсөн һынаны. Һөҙөмтәлә Ринат Асҡаров Рәсәйҙең Уҡыусылар спартакиадаһында ҡатнашыу хоҡуғын яуланы: ул 52 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә беренсе урынға сыҡты. Икенсе урынға –  Илья Мөрсәлимов (57), Ева Бердышева (54), Роман Зайцев (63), өсөнсө урынға – Наталья Николаева (47), София Лобастова (54 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә) лайыҡ булды.

Волга буйы федераль округы беренселегендә 12-13 йәшлектәр араһында Рената Ураҙбахтина (42), Камила Йосопова (47) өсөнсө урын яуланы. Төбәк-ара турнирҙа иһә 10-11 йәшлектәр араһында 30 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә Илья Жильцов иң көслө спортсы тип табылды.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: