Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
1 Апрель 2022, 14:35

“Спорт барыһы өсөн дә йәшәү рәүешенә әүерелһен ине”

ФОК-ты йыл аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.

“Спорт барыһы өсөн дә йәшәү рәүешенә әүерелһен ине”
“Спорт барыһы өсөн дә йәшәү рәүешенә әүерелһен ине”

Бөгөн Борай районына эш сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Борай ауылындағы заманса физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшөн тикшерҙе.

Яңы объект “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы һалына. Дөйөм майҙаны 4,3 мең квадрат метрлыҡ ике ҡатлы бинаның  айырым газ ҡаҙанлығы һәм янғын һүндереү резервуары буласаҡ. Комплекс ике залға иҫәпләнгән: тәүгеһе – көрәш, волейбол һәм баскетбол менән шөғөлләнеү өсөн, икенсеһе иһә –  тренажер, кейем алмаштырыу залдары һәм душ бүлмәләре. Бынан тыш, физкультура-һауыҡтырыу комплексында массаж һәм табип кабинеттары, 24 урынлыҡ буфет, конференция залы, музей, тренерҙар өсөн һәм административ бүлмәләр ҡаралған. Спорт комплексы биләмәһендә асыҡ физкультура майҙансығы, автотуҡталҡа буласаҡ.

Төҙөүселәр бинаның каркасын һәм тышҡы стеналарын күтәргән, тәҙрә ҡуйған, эске биҙәү эштәренә тотонған. Яңы ФОК-ты йыл аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.

Борай районы хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев әйтеүенсә, универсаль залда дүрт көрәш келәмендә сменаһына 48 кеше шөғөлләнә ала. Көрәштән тыш, бында спорттың башҡа төрҙәре лә үҫтереләсәк.

– Беҙ республикалағы һәр кешегә, ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеген тыуҙырырға тырышабыҙ. Балалар дәрестән һуң үҙҙәренә оҡшаған спорт төрө менән шөғөлләнер. Өлкәндәр иһә көнкүреш мәшәҡәттәренән арыныр. Спорт барыһы өсөн дә йәшәү нормаһына әүерелһен ине, – тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә төбәк Башлығы Радий Хәбиров ошо турала. – Борайҙағы физкультура-һауыҡтырыу комплексын 2022 йыл аҙағына файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйбеҙ. Бөтә республика буйынса ФОК-тар төҙөүҙе дауам итәбеҙ, эште туҡтатмайбыҙ. Был – беҙҙең һаулығыбыҙ һәм киләсәгебеҙ.

Фото: glavarb.ru/rus/press, vk.com/radiyhabirov

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press, vk.com/radiyhabirov

“Спорт барыһы өсөн дә йәшәү рәүешенә әүерелһен ине”
“Спорт барыһы өсөн дә йәшәү рәүешенә әүерелһен ине”
“Спорт барыһы өсөн дә йәшәү рәүешенә әүерелһен ине”
“Спорт барыһы өсөн дә йәшәү рәүешенә әүерелһен ине”
“Спорт барыһы өсөн дә йәшәү рәүешенә әүерелһен ине”
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: