Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
1 Апрель 2022, 10:27

Һөйөндөрҙөләр ҙә, көйөндөрҙөләр ҙә...

Хоккей көйәрмәндәре һәр матч­ты түҙемһеҙләнеп көтөп ала: һәммәһен дә Гагарин кубогын кемдең яулаясағы ҡыҙыҡһындыра.

“Салауат Юлаев” хоккей клубы.
Фото:“Салауат Юлаев” хоккей клубы.

Континенталь хоккей лигаһының Көнсығыш конференцияһы ярымфиналында  “Салауат Юлаев” менән “Трактор” командалары дүрт уйын үткәреүгә иҫәп тигеҙ ине – 2:2. Бишенсе осрашыу Силәбелә үтте. Юлаевсылар еңелде. Хәҙер Өфөләге матчта отолорға ярамай ине. Әммә яҡташтарыбыҙ йәнә еңелде – 1:2. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сит ил хоккей­сыларының ҡайтып китеүе бәкәлгә һуҡты. Артабан финалда “Трактор” уйнаясаҡ. Ул Магнитогорскиҙың “Металлург” командаһы менән сәкәлә­шәсәк. Ә Көнбайыш конферен­цияһының финалында Санкт-Петербургтың СКА хоккей клубы менән Мәскәүҙең ЦСКА-һы уйнаясаҡ.

Әйткәндәй, 22 мартта Өфөгә Гагарин кубогын килтерҙеләр. Был көндө “Өфө-Арена”ла көйәрмәндәр Континенталь хоккей лигаһының төп трофейы менән иҫтәлеккә фотоға төштө, шулай уҡ 2011 йылда ошо кубок хужаһы булған юлаевсылар  – һаҡсы Виталий Прошкин һәм һөжүм итеүсе Игорь Григоренко менән осрашты. Өфөнән тыш, Һарытау, Ырымбур, Стәрлетамаҡ, Саранск һәм Пенза ҡалалары көйәрмәндәре лә Гагарин кубогын күрәсәк, уның менән фотоға төшөү мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: