Кисә Баймаҡ районының Талҡаҫ күле буйында ҡышҡы балыҡ тотоу ярыштары үтте.
Быйыл сарала ҡатнашырға Баймаҡ районынан, Баймаҡ, Сибай, Магнитогорск ҡалаларынан 40-тан ашыу кеше теләк белдергән. Иң кесеһе Тимур Сәйетовҡа - ете йәш, ә иң өлкәне Рауил Миңлеғоловҡа - 75. Был шөғөлдө яратыусыларға көндөң аяҙ һәм йылы булыуы ла ярҙам итте. Балыҡсылар өсөн район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге артистары күңелле концерт тәҡдим итте, йылы сәй эсеү ҙә ойошторолдо.
Еңеүселәр түбәндәге номинациялар буйынса билдәләнде.
"Иң ҙур табыш"
1-се урын - Сергей Дмитриев (Баймаҡ ҡалаһы),
2-се урын - Марат Аҫылов (Баймаҡ ҡалаһы),
3-сө урын - Әхәт Мәҡсүтов (Түбә ауылы).
"Балыҡсы ҡатын" тип Фәниә Мәҡсүтова (Түбә ауылы) танылды.
Иң ҙур балыҡты - Марат Аҫылов, иң бәләкәйен Шәфҡәт Ҡашҡаров тотто.
Тиҙ быраулауҙа еңделәр:
110 мм - Рәфис Сәлихов,
130 мм - Михаил Ершов,
150 мм - Рәфҡәт Ибраһимов.
Барлыҡ еңеүселәргә һәм призерҙарға район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев бүләктәр тапшырҙы.
Фото һәм текст сығанағы: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.