Республикаға идара итеү үҙәгенең бер нисә район буйынса кураторы, коммуналь-торлаҡ хужалыҡ буйынса төп белгес Тимур Ханнанов мини-футбол буйынса үткән турнирҙа иң яҡшы уйынсы булып танылған.
Үрге Ҡыйғы ауылы лицейында үткән мини-футбол буйынса ярышта бөтәһе дүрт команда сығыш яһаған. Ведомство-ара турнирҙа суд, хоҡуҡ һаҡлау һәм башҡа ведомство вәкилдәре үҙ-ара көс һынашҡан. Сәмле ярышта Башҡортостан Башлығы Хакимиәте командаһы еңеү яулаған. Ә Тимур Ханнанов турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы тип танылған.
Ҡотлайбыҙ! Ул шулай уҡ Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко менән дә аралашып өлгөргән. Был хаҡта тулыраҡ иртәгә һөйләйәсәкбеҙ.
Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.