Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
4 Апрель 2022, 10:30

Сумаҙанығыҙҙы тултырығыҙ...

“Мин әле һаман республикабыҙҙың уникаль матурлығына һоҡланып бөтә алмайым. Һәм бер мин генә лә түгел".

Сумаҙанығыҙҙы тултырығыҙ...
Сумаҙанығыҙҙы тултырығыҙ...

Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәрҙә республикала туризмды үҫтереү буйынса фекерҙәре менән уртаҡлашты.

“Мин әле һаман республикабыҙҙың уникаль матурлығына һоҡланып бөтә алмайым. Һәм бер мин генә лә түгел.

Беҙ күркәм туристик төбәккә әүереләбеҙ. 2021 йылда беҙгә 3,5 миллион кеше килде – 2020 йылға ҡарағанда 600 меңгә күберәк. Быйыл тағы ла күберәк ҡунаҡтар көтәбеҙ. Рәсәйҙәрҙең иғтибары сит илдәрҙән үҙебеҙҙең ил төбәктәренә күсә бара, әлбиттә, беҙ ошо мөмкинлекте тулыһынса файҙаланырға бурыслыбыҙ.

Туризм тармағын үҫтереү өсөн туроператорҙар республика буйлап яңы маршруттар әҙерләй. «Янғантау» һәм «Торатау» геопарктарында эш әүҙемләшә. «Шүлгәнташ» музей комплексына ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Кемпингтар, глэмпингтар, визит үҙәктәре төҙөйбөҙ, бөтә кимәлдәрҙә ҡунаҡсыллыҡ инфраструктураһын үҫтерәбеҙ.

Әлбиттә, башҡараһы эштәр байтаҡ әле. Федераль кимәлдә ҙур ярҙам тоябыҙ, республика тарафынан ярҙам саралары өҫтөндә лә эшләйбеҙ.

Республика халҡына һәм ҡунаҡтарына тәҡдим итерлек нәмәләр байтаҡ. Шуға күрә сумаҙанығыҙҙы тултырығыҙ ҙа Башҡортостанға рәхим итегеҙ!” – тип яҙған Радий Хәбиров.

Фото: vk.com/radiyhabirov?w=wall413272232_781216

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: