Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
8 Апрель , 16:30

Ауыл хужалығы һәм туризм буйынса проекттар ҡаралды

Ҡариҙел районында "Ғаилә тарихы" эко-ҡунаҡханаһы, Ғафури районында "Еҙем ял итеү биләмәһе" агро-туристик паркы асыласаҡ.

Ауыл хужалығы һәм туризм буйынса проекттар ҡаралды
Ауыл хужалығы һәм туризм буйынса проекттар ҡаралды

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров «Инвестиция сәғәте» рәүешендә тематик кәңәшмә үткәрҙе, унда иҡтисад һәм социаль өлкә тармаҡтарындағы проекттар ҡаралды.

«Рассвет» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Ильгиз Ғәйнәшин Туймазы районының Николаевка ауылында 550 һыйырға иҫәпләнгән һөт-тауар фермаһын комплекслы төҙөкләндереү тураһында һөйләне.

Проект 2021 йылда башланған. Төҙөүселәр 300 һыйыр тотор өсөн һимертеү майҙансығын, яңы иген таҙартыу һәм һауыу комплексын урынлаштырған. Бынан тыш, быҙау фермаһын модернизациялау, ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдарын, юғары етештереүсәнле һыйыр малын һатып алыуҙы планлаштыралар. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 243 миллион һум тәшкил итә.

– Республикала ауыл хужалығы комплексын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ, шуға проектты хуплайбыҙ. Һеҙ һораған ярҙам сараларын ҡарарбыҙ: тоҡомло мал һатып алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауҙы һәм кредит финанслауын йәлеп итеүҙе, — тине Андрей Назаров.

Проектты ҡарау сиктәрендә республиканың Инвестиция комитеты тоҡомло мал һатып алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплап, уға өҫтөнлөклө статус биреүҙе хупланы.

«Евро Акцент Саба» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Красавин Өфөлә таҙартыу ҡоролмалары өсөн быяла әйберҙәр етештереү буйынса завод төҙөү проектын тәҡдим итте. Инвестор төбәктең торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре һәм юл сәнәғәте өсөн яңы етештереү-тәьмин итеү продукттарына 130 миллион һум аҡса һалырға ниәтләй.

- 10 йылдан ашыу компания бөтә Рәсәй буйынса канализацияны таҙартыу ҡоролмаларын проектлай һәм төҙөй. Бындай проекттар өсөн Башҡортостан биләмәһендә ҡорамалдар кәрәк, - ти ул.

Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин әйтеүенсә, бөгөн ошондай уҡ ҡорамалдар Башҡортостанға башҡа төбәктәрҙән дә килтерелә. Инвестиция проектын тормошҡа ашырыу үҙ производствоһын, шул иҫәптән шәхси торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү мөмкинлеген бирәсәк.

Артабанғы үҫеш перспективаһы булараҡ, Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хеҙмәт министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев инвесторға бер нисә тораҡ пунктта таҙартыу ҡоролмаларын төҙөү проекттарын тормошҡа ашырыу мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте. Фекер алышыу һөҙөмтәһендә проектҡа өҫтөнлөклө статус бирелде. Башҡортостан үҫеш корпорацияһы Өфө хакимиәте менән берлектә шулай уҡ инвесторға завод төҙөү өсөн майҙан эҙләүҙә ярҙам күрһәтәсәк.

Эшҡыуар Эльвина Рожина Ҡариҙел районында "Ғаилә тарихы" эко-ҡунаҡханаһын булдырыу проекты тураһында һөйләне. 96 миллион һум инвестиция һалып, инвестор биналар һәм ҡоролмалар комплексын, шул иҫәптән ҡунаҡхана, кафе, айырым ҡунаҡ йорттары һәм зоология паркы төҙөргә ниәтләй. Биналарҙың бер өлөшө төҙөлөштөң һуңғы стадияһында. Бынан тыш, Ҡариҙел йылғаһы ярында пляж зонаһы йыһазландырыласаҡ.

Проект "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә ҡаралды, ул 25 яңы эш урыны булдырырға тейеш. Муниципалитет хакимиәте ҡунаҡханаға инеү юлы участкаһын эшләүҙә ярҙам итәсәк. Эште быйыл 1 июндән башларға ниәтләйҙәр.

Андрей Назаров инвесторға республика буйынса ошондай уҡ туристик бизнесты үҫтереү өсөн башҡа урындарҙы ла ҡарарға тәҡдим итте.

– Туризмды үҫтереү беҙҙең өсөн хәҙер иң мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Республика халҡына һәм ҡунаҡтарыбыҙға ял итеү өсөн уңайлы шарттар булдырырға тейешбеҙ. Башҡортостандың тәбиғи ҡеүәте дөрөҫ һәм урынлы файҙаланылырға тейеш. Республикала матур биләмәләр күп, әммә уларҙы һөҙөмтәле үҫтерергә теләүселәр етмәй, – тине Премьер-министр.

Хеҙмәтләндереү өлкәһендә тағы бер башланғыс — Ғафури районында «Еҙем ял итеү биләмәһе» агро-туристик паркын булдырыу. Уны «Icarus and Co» компанияһы тормошҡа ашырырға ниәтләй. Директор Илдар Кәримов әйтеүенсә, проект глэмпинг форматында тормошҡа ашырыла. Бының өсөн бизнес-план төҙөлгән һәм майҙансыҡ һайланған.

Объектта банкет залы булған кафе, палаткалы лагерь өсөн майҙан, агро-туристик ферма, автомобилдәр өсөн йыһазландырылған туҡталҡа урынлаштырылыр тип фаразлана. Бында һыу һәм ҡышҡы спорт төрҙәре, ат һәм спелеотур, балыҡсылыҡ хужалығы ойоштороласаҡ. Инвестор 76 миллион һум йәлеп итеүҙе планлаштыра. Агротуризм паркында 20 яңы эш урыны булдырылырға тейеш.

Башҡортостандың инвестиция комитеты проектҡа өҫтөнлөклө статус биргән. Шулай уҡ Ғафури районы хакимиәте ер участкаһын теркәүҙә ярҙам күрһәтәсәк.

Ауыл хужалығы һәм туризм буйынса проекттар ҡаралды
Ауыл хужалығы һәм туризм буйынса проекттар ҡаралды
Ауыл хужалығы һәм туризм буйынса проекттар ҡаралды
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас в