Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
8 Апрель 2022, 10:24

Беҙҙекеләр – иң яҡшылар рәтендә

m.sports.ru
Фото:m.sports.ru

Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы регуляр чемпионатҡа йомғаҡ яһаған. Һөҙөмтәлә “Ағиҙел” командаһынан ике хоккейсы иң яҡшылар сафында тип табылған.

Уларҙың береһе Анна Шибанова – “Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы һаҡсыһы, өс тапҡыр Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы чемпионы (2017/2018, 2018/2019, 2020/2021), Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лига­һы­ның иң яҡшы һаҡсыһы, Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы йондоҙҙары матчы ҡатна­шыусыһы (2017, 2018, 2019, 2020), донъя чемпионатынды ике тапҡыр бронза миҙал яулаусы (2013, 2016), Олимпия уйындарында ҡатна­шыусы (2014), ике тапҡыр Бөтә донъя универсиада чемпионы (2017, 2019). Анна коэффициент буйынса иң яҡшы һаҡсы тип табылған (миҙгел һөҙөмтәләре буйынса + 51). Ул өс матчта ғына – бер тапҡыр “Ванке Рэйз” һәм ике тапҡыр “Динамо-Нева” менән уйында – яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә алмаған. Был регуляр чемпионат Аннаның карьера­һын­дағы иң яҡшыһы булған. Бынан тыш, ул күп мәрәй ҙә туплаған (40 (7+33).

Яҡшы хоккейсыларҙың тағы береһе итеп танылған Мария Сорокина – “Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар хоккей коман­даһы ҡапҡасыһы, Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының ике тапҡыр чемпионы (2017/2018, 2020/2021), Рәсәйҙең өс тапҡыр чемпионы (2017/2018, 2019/2020, 2020/2021), Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының иң яҡшы ҡапҡасыһы (2015/2016, 2016/2017), 2017 йылда Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы йондоҙҙары матчында ҡат­нашыусы, 2016 йылда донъя чемпионатында бронза миҙал яулаусы,  2017 йылда Бөтә донъя универсиада еңеүсеһе. Ул иһә һигеҙ матч­ты “ҡоро” иҫәпкә тамам­лаған. Был – Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы тарихында икенсе күрһәткес. Ҡасандыр ҡап­ҡасы Анна Пругова туғыҙ матчта “ҡоро” иҫәпкә өлгәш­кән булған.

Әйткәндәй, 6 апрелдә Санкт-Петербургта плей-офтың сирек финал уйындары сиктәрендә  “Ағиҙел” командаһы “Динамо-Нева” менән осрашты. 9 апрелдә хоккейсыларыбыҙ Өфөләге Спорт һарайында уйнаясаҡ, кәрәкһә, матч икенсе көндә лә ойоштороласаҡ.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас: