Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан һәм Рәсәй спорт йәмәғәтселеге, Рәсәй Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаттары һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашлығында “Беҙ бергә. Спорт” түңәрәк өҫтәлендә һөйләшеү булды.
Быға тиклем сарала ҡатнашыусылар Башҡортостан Республикаһының Гимнастика үҙәген ҡараны. Хәтерегеҙҙәлер, бәләкәй гимнастка Дарья Крутко Рәсәй Президенты Владимир Путиндан ошо турала һорағайны, һөҙөмтәлә был спорт объекты төҙөлдө.
Түңәрәк өҫтәлдә Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов 2030 йылға республикала спорт һәм физик культура менән даими шөғөлләнеүселәр һанының 70 процентҡа артасағы, әлегә был күрһәткестең 50 проценттан ашыуы хаҡында әйтте. Ул шулай уҡ 2024 йылда республикала Фехтование үҙәге барлыҡҡа киләсәге тураһында белдерҙе. “Беҙ уны мотлаҡ төҙөйәсәкбеҙ”, - тине министр Токиола үткәрелгән йәйге Олимпия уйындарында чемпион исемен яулаған Аделина Заһиҙуллинаға.
13 тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы, 18 тапҡыр донъя чемпионы, 43 тапҡыр Европа чемпионы, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова барыһын да спорт ҡалаһы Өфөлә сәләмләне һәм: “Беҙ бергә! Спорт барыһын да беләштерә, - тип белдерҙе. – Беренсе тапҡыр был сараны ойошторғанда уның йыл һайын үткәреләсәге хаҡында белмәй инек әле”.
“Һуҡырҙар спорты федерацияһы“ дөйөм Рәсәй йәмәғәт-спорт ойошмаһы президенты Лидия Абрамова Башҡортостан спортсыларының, иң башта Рима Баталованың Паралимпиадалағы ғәжәйеп уңыштары хаҡында һөйләне. Ул шулай уҡ спортҡа, шул иҫәптән ветерандар спортына етди иғтибар бүленгәне өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа, республиканың спорт министры Руслан Хәбибовҡа ҙур рәхмәт белдерҙе.
Әйткәндәй, быйыл Башҡортостанда Волейбол йылы тип тә иғлан ителгәйне. Тап ошо спорт төрөнөң һайланыуы донъя кимәлендәге ярыштарҙың беҙҙә үткәрелергә тейешлеге менән бәйле ине. Билдәле сәбәптәр арҡаһында был спорт сараһы уҙғарылмаһа ла, беҙҙә уға ҡыҙыҡһыныу кәмемәй. Быйылға Башҡортостанда 75 мең кешенең волейболды үҙ итеүе асыҡланған. Ошо һәм башҡалар хаҡында Башҡортостандың Волейбол физкультура-спорт федерацияһы башҡарма директоры Сергей Кирпичников хәбәр итте.
Бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Рима Баталованың VIII “Милләт йәшлеге” премияһының федераль һәм төбәк этаптары лауреаттарын бүләкләү тантанаһы булды.
Шуны билдәләргә кәрәк, Рима Баталова исемендәге йәмәғәт премияһы Башҡортостандың әһәмиәле спорт брендтарының береһенә әйләнде һәм республика Хөкүмәте, спорт йәмәғәтселеге һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ата-әсәләре тарафынан юғары баһа алды. Тағы бер маҡсат – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән йәш спортсыларҙы, тренерҙарҙы, йәш спорт ғаиләләрен, хәйриә ҡылыусыларҙы, шулай уҡ инвалидтар һәм уларҙың заманса йәмғиәттә урынын табыу кеүек проблемаларҙы яҡтыртҡан киң мәғлүмәт сараларын дәртләндереү.
Сарала Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәкселеге, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаттары, Федераль Йыйылыш вәкилдәре, Өфө ҡалаһы хакимиәте, республика министрлыҡтары, ведомстволары, республиканың билдәле йәмәғәт һәм мәҙәниәт вәкилдәре, исемдәре күптәргә билдәле спортсылар һәм ветерандар ҡатнашты. Улар араһында Рәсәй Дәүләт Думаһының Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Әлфиә Когогина, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова, Рәсәй еңел атлеты, 2004 йылғы Олимпия, донъя, Европа һәм ил чемпионы Татьяна Лебедева, совет баскетболы легендаһы, Рәсәй телекомментаторы, журналист, яҙыусы Владимир Гомельский һәм башҡалар бар ине.
Фотолар: “Башинформ”.