Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
8 Апрель 2022, 10:26

Тарихҡа инде был көн

БР Спорт министрлығы.
Фото:БР Спорт министрлығы.

Элек-электән һабантуйҙарҙа халҡыбыҙ төрлө спорт  төрҙәре, мәҫәлән, милли көрәш,  ат сабыштары, йүгереү буйынса алдынғыларҙы асыҡлаған. Ә бына республикала профессиональ спорт ХIX быуатта үҫешә башлаған.

Тарихҡа күҙ һалһаҡ, 1899 йылда Миланда Өфө спортсыһы Сергей Елисеев ауыр атлетика буйынса донъя чемпионы исемен яулаған. Октябрь революцияһына тиклем үк баш ҡалабыҙҙа теннис, фигуралы шыуыу, гимнастика һәм башҡа спорт төрҙәре менән шөғөлләнгәндәр. Күптән түгел Башҡортостан спорты йылъяҙмаһына тағы бер бит өҫтәлде: Ырымбурҙа үткәрелгән өҫтәл теннисы буйынса ил чемпионатында Башҡортостан спортсылары өсөнсө урынды яуланы. Бына ул спортсылар – Денис Гаврилов, Вячеслав Кривошеев, Сергей Фильчев, Александр Андрющенко (тренерҙары – Константин Семенов).

Белеүебеҙсә, өҫтәл теннисы – күптәр яратып шөғөлләнгән Олимпия уйындары төрҙәренең береһе. Әйткәндәй, 1988 йылда Сеулдағы Олимпия уйындарында уның буйынса беренсе тапҡыр ярыштар үткәрелде һәм, ошо ваҡыттан киләһе олимпиадалар программаһына индерелде. Беренсе ярыштарҙа шәхси һәм парлы разрядтарҙа еңеүселәр асыҡланһа, 2008 йылда Пекинда ойошторолған йәйге Олимпиадала командалар араһында ла ярыштар уҙғарыла башланы.

Башҡортостандың “BashClub” өҫтәл теннисы федерацияһы был спорт төрө буйынса республикала ярыштар үткәрә, Башҡортостандың өҫтәл теннисы буйынса йыйылма командаларын әҙерләй.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас: