Нефтекама автомобилдәр заводы (“НефАЗ”) эшсеһе һәм спортсы Тимур Исламов оҙон арауыҡҡа йүгереп, Рәсәй Армияһына теләктәшлек белдерергә уйлай.
27 йәшлек егет 1200 километр оҙонлоғондағы Мәскәү – Донецк – Луганск марафонында ҡатнашырға иҫәп тота. Ул был араны 12 көн эсендә үтергә ниәтләй.
Был сараға старт 5 апрелдә Ҡыҙыл майҙанда бирелде. Дистанция буйлап Тимурҙы ярҙамсылары булған ике машина оҙатып барасаҡ, тип хәбәр итә “Башинформ” мәлүмәт агентлығы. Спортсы быға тиклем Башҡортостан һәм Татарстан республикалары дуҫлығына арналған марафонда ла ҡатнашҡан булған.
Айһылыу НИЗАМОВА