2007 йылдан алып “Өфө-Арена”ның “Салауат Юлаев” хоккей клубының боҙ майҙансығы икәнлеге хаҡында беләбеҙ. “Салауат Юлаев” хоккей клубы генераль директоры Ринат Бәшировтың хәбәр итеүенсә, был универсаль спорт аренаһының исемен алмаштырыуҙары ихтимал. Шулай уҡ уның әйтеүенсә, спорт объекты – республика ҡарамағында һәм ҡарар команда вәкәләттәре сиктәрендә генә хәл ителмәй.
“Был мәсьәлә ҡаралды. Бер нисә тәҡдим бар. Беҙ өҫтәмә сығанаҡ килеменән баш тартмаясаҡбыҙ”, - тип белдергән Өфө хоккей клубы етәксеһе “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына. Ринат Бәширов шулай уҡ яңы миҙгелдә “Салауат Юлаев” хоккей клубының, легионерҙарҙың китеүе менән сәбәпле, финанс йәһәттән күберәк мөмкинлектәренең барлыҡҡа килеүе, шуға билеттарға, билдә атрибуттарына хаҡтарҙың кәмейәсәге хаҡында белдергән.
Фото: www.tourister.ru