Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
14 Апрель 2022, 15:00

Журналистар волейбол уйнаясаҡ

Иртәгә Өфөләге “Динамо” стадионында Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре араһында волейбол буйынса турнир үткәрелә.

Журналистар волейбол уйнаясаҡ
Журналистар волейбол уйнаясаҡ

Иртәгә Өфөләге “Динамо” стадионында Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре араһында волейбол буйынса турнир үткәрелә. Был сара легендар диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазиндың яҡты иҫтәлегенә арнала.

Сараға инеү ирекле. Көйәрмәндәр араһында приздар уйнатыласаҡ. 

Әхәт Мортазинды Башҡортостандың “алтын тауышы” тип йөрөттөләр. Уның тауышын яңылыҡтарҙа, көнүҙәк репортаждарҙа ишетә инек. Ул төрлө Хөкүмәт кимәлендәге, мәҙәни сараларҙы бик матур алып бара торғайны. Әхәт Мортазин бихсап анимация һәм художество әҫәрҙәрен дә яҙып ҡалдырған, уларҙа төшкән. Легендар диктор тағы республикабыҙ радиоһы волейбол командаһының алыштырғыһыҙ капитаны булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның ғүмере иртә өҙөлдө: 2018 йылдың 3 мартында 59 йәшендә яҡты донъянан китеп барҙы.

Иртәгә буласаҡ спорт сараһын Башҡортостандың Журналистар союзы, “Башҡортостн”  телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы ойоштора.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: