Күптән түгел Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан һәм Рәсәй спорт йәмәғәтселеге, Рәсәй Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаттары һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашлығында “Беҙ бергә. Спорт” түңәрәк өҫтәлендә һөйләшеү булды.
Быға тиклем сарала ҡатнашыусылар Башҡортостан Республикаһының Гимнастика үҙәген ҡараны. Хәтерегеҙҙәлер, бәләкәй гимнастка Дарья Крутко Рәсәй Президенты Владимир Путиндан ошо турала һорағайны, һөҙөмтәлә был спорт объекты төҙөлдө.
Түңәрәк өҫтәлдә Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов 2030 йылға республикала спорт һәм физкультура менән даими шөғөлләнеүселәр һанының 70 процентҡа тиклем артасағы, әлегә был күрһәткестең 50 проценттан артҡаны хаҡында әйтте. Ул шулай уҡ 2024 йылда республикала Фехтование үҙәге барлыҡҡа килеүе тураһында белдерҙе. “Беҙ уны мотлаҡ төҙөйәсәкбеҙ”, – тине министр Токиола үткән йәйге Олимпия уйындарында чемпион исемен яулаған Аделина Заһиҙуллинаға.
13 тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы, 18 тапҡыр донъя чемпионы, 43 тапҡыр Европа чемпионы, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова барыһын да спорт ҡалаһы Өфөлә сәләмләне һәм: “Беҙ бергә! Спорт барыһын да берләштерә, – тип белдерҙе. – Беренсе тапҡыр был сараны ойошторғанда уның йыл һайын үткәрелере хаҡында белмәй инек әле”.
“Һуҡырҙар спорт федерацияһы“ дөйөм Рәсәй йәмәғәт-спорт ойошмаһы президенты Лидия Абрамова Башҡортостан спортсыларының, иң башта Рима Баталованың Паралимпиадалағы ғәжәйеп уңыштары хаҡында һөйләне. Ул шулай уҡ спортҡа, шул иҫәптән ветерандар спортына етди иғтибар бүленгәне өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа, республиканың спорт министры Руслан Хәбибовҡа ҙур рәхмәт белдерҙе.
Әйткәндәй, быйыл Башҡортостанда Волейбол йылы тип тә иғлан ителгәйне. Тап ошо спорт төрөндә туҡталыу донъя кимәлендәге ярыштарҙың беҙҙә үткәрелергә тейешлеге менән бәйле ине. Билдәле сәбәптәр арҡаһында хәҙер был спорт сараһы уҙғарылмаһа ла, беҙҙә уға ҡыҙыҡһыныу кәмемәй. Быйылға Башҡортостанда 75 мең кешенең волейболды үҙ итеүе асыҡланған. Ошо һәм башҡалар хаҡында Башҡортостандың Волейбол физкультура-спорт федерацияһы башҡарма директоры Сергей Кирпичников хәбәр итте.
Ошо уҡ көндө “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Рима Баталованың VIII “Милләт йәшлеге” премияһының федераль һәм төбәк этаптары лауреаттарын бүләкләү тантанаһы булды.
Шуны билдәләргә кәрәк, Рима Баталова исемендәге йәмәғәт премияһы Башҡортостандың әһәмиәтле спорт брендтарының береһенә әйләнде һәм республика Хөкүмәте, спорт йәмәғәтселеге һәм һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ата-әсәләре тарафынан юғары баһа алды. Тағы бер маҡсат – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән йәш спортсыларҙың, тренерҙарҙың, йәш спорт ғаиләләренең, хәйриәлек менән шөғөлләнгән кешеләрҙең эшмәкәрлеген, шулай уҡ инвалидтар һәм уларҙың заманса йәмғиәттә урынын табыу кеүек проблемаларҙы яҡтыртҡан киң мәғлүмәт сараларын дәртләндереү.
Сарала Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаттары, Федераль Йыйылыш вәкилдәре, Өфө ҡалаһы хакимиәте, республика министрлыҡтары, ведомстволары, республиканың билдәле йәмәғәт һәм мәҙәниәт вәкилдәре, исемдәре күптәргә билдәле спортсылар һәм ветерандар ҡатнашты. Улар араһында Рәсәй Дәүләт Думаһының Иҡтисади сәйәсәт, сәнәғәт, инновация үҫеше һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Дәүләт Думаһының Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Әлфиә Когогина, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова, Рәсәй еңел атлеты, 2004 йылғы Олимпия, донъя, Европа һәм ил чемпионы Татьяна Лебедева, совет баскетболы легендаһы, Рәсәй телекомментаторы, журналист, яҙыусы Владимир Гомельский һәм башҡалар бар ине.
Ошо уҡ көндө Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Рима Баталованың VIII “Милләт йәшлеге” премияһының федераль һәм төбәк этаптары лауреаттарын бүләкләү тантанаһы булды.
“Милләт йәшлеге” премияһы лауреаттары түбәндәгеләр:
“Чемпион тәрбиәләүсе” номинацияһында – Сидоровтар ғаиләһе;
“Йыл асышы” номинацияһында – саңғысы Александра Алферова;
“Паралимпия спорты өмөтө” номинацияһында – һуҡырҙар спорты йөҙөүсеһе Камила Рәхимова;
Һаңғырауҙар һәм насар ишетеүселәр категорияһының “Сикһеҙ спорт” номинацияһында – йөҙөүсе Сергей Торопов;
Һуҡырҙар һәм насар күреүселәр категорияһының “Сикһеҙ спорт” номинацияһында – дзюдоист Венер Латипов;
Терәк-хәрәкәт аппараты зыян күргәндәрҙең “Сикһеҙ спорт” номинацияһында – коляскаларҙа тенниссылар һәм бейеүселәр Анастасия менән Милана Судовиковалар;
“Еңеү сере” номинацияһында еңеүселәр – йөҙөү буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Игорь Тверяков, йөҙөү буйынса тренер Хәлил Шаммасов, коляскаларҙағы тенниссылар тренеры Вячеслав Шамаев;
“Асыҡ ҡараш” номинацияһында еңеүселәр – Башҡортостан юлдаш телеканалы, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы, Стәрлетамаҡтағы “Ашҡаҙар” гәзите;
“Йөрәк саҡырыуы буйынса” номинацияһында – меценаттар Азат Әхтәмов, “РевСтройПроект” компанияһы.
Айһылыу НИЗАМОВА