Ошо көндәрҙә шорт-трек буйынса Олимпия чемпионы Семен Елистратов 2018, 2022 йылдарҙа яуланған бронза миҙалдарын спорт дәүләт музейына тапшырҙы.
31 йәшлек Семен Елистратов – Өфө егете. Ул – Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. Семен Елистратов 2014 йылда Олимпия уйындары чемпионы булып танылды, 2018 йылдағы Олимпия уйындарында бронза миҙалға лайыҡ булды. Яҡташыбыҙ бер тапҡыр – донъя чемпионатында, 14 тапҡыр Европа чемпионатында еңеү яуланы.
Семен бала сағында атаһының ҡушыуы буйынса тхэквондо менән шөғөлләнә башлаған, тик тиҙҙән ул был спорт төрөнөң күңеленә ятмағанын аңлаған, артабан хоккейҙа үҙен һынап ҡараған. V класта уҡығанда тренер Андрей Максимов менән осрашыу егеттең тормошона үҙгәрештәр индергән. Шулай итеп, ул баш ҡаланың Октябрь районындағы 1-се олимпия резервындағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенә күнекмәләргә килгән.
Әйткәндәй, 1987 йылда республикабыҙҙа барлыҡҡа килгән шорт-трек мәктәбендә әллә күпме ҡыҙ һәм егет тәрбиәләнгән. Был үҙәк хәҙер донъялағы иң яҡшы ойошмаларҙың береһе һанала. Бөгөн үҙәктә 200-ҙән ашыу ҡыҙ һәм егет шөғөлләнә.
Өфөлә “Төҙөүсе” стадионы эргәһендә тотош спорт комплексы бар. Ул бынан өс йыл элек төҙөлөп бөткәйне. Бында шорт-трек өсөн илдәге талаптарға яуап биргән берҙән-бер боҙ аренаһы урынлашҡан. Мәктәп советының үтенесе менән үҙәккә данлыҡлы яҡташыбыҙ Семен Елистратовтың исеме бирелгән. Һәм ул һынатманы: быйыл тағы Олимпия миҙалын яуланы.
Пекиндағы Олимпиадала ҡатнашыусыларҙың Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуында Семен Елистратов спортсыларҙың үҙ миҫалында балаларҙың иғтибарын компьютерҙан айырып, спортҡа, сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп итә алғаны хаҡында белдергәйне.
– Мин ябай ғаиләлә тыуҙым, беҙҙә береһе лә спорт менән шөғөлләнмәй ине. Әгәр 10 йыл элек миңә: “Һине республика Башлығы һәм башҡалар тыңлар, улар алдында сығыш яһарһың”, – тиһәләр, ышанмаҫ инем. Шуға балаларға: “Тырышырға кәрәк”, – тип өндәшәм. 2014 йылда алтын миҙал яулаһам да, беренсе урынға сыҡһаҡ та, ошондай йылы осрашыу булмағайны. Шорт-трек үҙәгенең дә Семен Елистратов исемен йөрөтөүе ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Әгәр балаларҙы күпләп спортҡа йәлеп итеүгә өлөш индерә алһам, шат булырмын. Тағы шуны әйтер инем: бер үҙем генә ошондай ҡаҙаныштарға өлгәшә алмаҫ инем. Уҡытыусыларыма, тренерҙарыма – бөтәһенә лә рәхмәт әйтәм, – тигәйне Семен Елистратов. – Беҙҙә халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашыр өсөн барлыҡ шарттар бар. Тап шуға ла көн һайын улымдың нисек үҫкәнен күҙәтә алам, ҡатыным да эргәмдә. Күҙ алдына килтерәһегеҙме: Өфөлә шөғөлләнер һәм донъяуи сараларҙа ҡатнашыр өсөн барлыҡ шарттар бар.
Айһылыу НИЗАМОВА