Бөгөн Өфөләге “Динамо” стадионында Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре араһында волейбол буйынса турнир үткәрелде. Был сара легендар диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазиндың яҡты иҫтәлегенә арналды.
Сығышы менән Учалы районынан булған Әхәт Мортазинды Башҡортостандың “алтын тауышы” тип йөрөттөләр. Уның ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле тауышын яңылыҡтарҙа, көнүҙәк репортаждарҙа ишетә инек. Өҫтәүенә, ул төрлө Хөкүмәт кимәлендәге, мәҙәни сараларҙы бик матур алып барыусы булараҡ хәтеребеҙҙә уйылып ҡалды. Бынан тыш, Әхәт Мортазин бихсап анимация һәм художество әҫәрҙәрен дә яҙып ҡалдырған, уларҙа төшкән.
– Легендар диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазиндың яҡты иҫтәлегенә арналған волейбол турнирына килгәндәрҙе сәләмләйем. Шуны әйтергә кәрәк, бөгөн ҡатнашыусылар һаны артты: “Йондоҙҙар” командаһы ҡушылды, – тине сараны асыу тантанаһында Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов. – Әхәт Мортазин спортты, бигерәк тә волейболды яратты. Ул “Юлдаш” радиоһы волейбол командаһының капитаны ине.
“Башҡортостан” дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы генераль директоры урынбаҫары Уйылдан Ғәлин бөгөн барыһын да бер урынға туплаған сараның бер нисә йыл инде уңышлы үткәрелеүен билдәләне. “Был волейбол турниры күркәм йолаға әйләнде. Көслө командаларға еңеү теләйем”, – тине ул.
Быйыл беренсе тапҡыр үҙ көсөн һынап ҡараған “Йондоҙҙар” командаһы составында Вилдан Яруллин, Артур Туҡтағолов, Кинйә Күскилдин, Илгиз Солтанморатов, Юнир Һағынбаев, Салауат Мөхәмәтйәров, тағы Әхәт Мортазиндың улы Салауат, шулай уҡ Евгений Тарасов уйнаны.
Шулай итеп, бөгөн “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто, “Юлдаш” радиоһы, Башҡортостан дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы, “Рәсәй-24. Башҡортостан”, “Йондоҙҙар” командаһы беренселек өсөн алышты. Һәр бәйге-ярыш еңеүсеһеҙ булмай. Ҡәләмдәштәребеҙ - “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто журналистары – беренселекте бирмәне. Бына улар – Артур Батыршин (“Киске Өфө” хеҙмәткәре), Денис Бородин (“Республика Башкортостан” журналисы), Илгиз Ишбулатов (“Һәнәк”тең яуаплы секретары), Алексей Ҡуянов (“Ейәнсура таңдары” хеҙмәткәре), Рөстәм Вәлиев (“Балтас таңдары”ның баш мөхәррире), Эльвира Бурцева (Ишембай мәғлүмәт үҙәге медицина хеҙмәткәре), Тимур Ишкинин (“Йәшлек”тең элекке хеҙмәткәре, водителе), Иҙел Ишбулатов (“Һәнәк”кә яҙған автор). Икенсе урынға “Рәсәй-24. Башҡортостан” сыҡһа, өсөнсөнө “Йондоҙҙар” командаһы яуланы.
Билдәле булыуынса, легендар диктор Әхәт Мортазиндың ғүмере иртә өҙөлдө: 2018 йылдың 3 мартында - 59 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Уның яҡты иҫтәлегенә арналған был спорт сараһын Башҡортостандың Журналистар союзы, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы ойошторҙо. Сараға данлыҡлы дикторҙың ҡатыны, билдәле радиожурналист, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты Тәнзилә Үлмәҫбаева, улы Салауат, Әхәт Мотаһар улын яҡшы белгәндәр килгәйне.
Фотолар: Айрат Нурмөхәмәтов.