Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
15 Апрель 2022, 11:43

Яңы баш тренер тәғәйенләнде

Валерий Шахов (“Башинформ”).
Фото:Валерий Шахов (“Башинформ”).

“Салауат Юлаев” хоккей клубында – яңы баш тренер. Виктор Козлов быға тиклем баш тренер Томи Ламсаның ярҙамсыһы булып эшләне.

Виктор Козлов – 2020 йылдан “Салауат Юлаев” хоккей командаһының тренерҙар штабында. 2015 – 2020 йылдарҙа ул Магнито­горскиҙың “Металлург” командаһында тренер булып эшләгән. Ә 2017/2018 уйын миҙгелендә Илья Воробьев эштән киткәс, клубтың баш тренеры итеп тәғә­йен­ләнде.

Әйткәндәй, 47 йәшлек белгес 2016 йылда “Металлург” клубы составында Гагарин кубогын яулаған. Ул 2009 – 2012 йылдарҙа “Салауат Юлаев” хоккей командаһы составында уйнаған һәм 2011 йылда Гагарин кубогы эйәһе булыуға өлгәште.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: