Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
19 Апрель 2022, 14:08

Афарин, Айгөл! Афарин, Әлиә!

Ҡыҙҙарыбыҙ был юлы ла һынатманы.

Башинформ”
Фото:Башинформ”

Шашка, ябай ғына күренһә лә, бик мауыҡтырғыс уйын ул. Беҙ уның менән, ғәҙәттә, бәләкәй саҡтан ҡыҙыҡһына башлайбыҙ һәм барлыҡ ғүмеребеҙ буйы уйнайбыҙ.

Айгөл Иҙрисова тиҙ шашка буйынса Рәсәй чемпионатында бишенсе тапҡыр чемпион булып танылды. Тағы бер яҡташыбыҙ призлы урынға лайыҡ булды: Ишембайҙан Әлиә Әминева өсөнсө урынға сыҡты. Өфөнән Айгизә Мөхәмәтйәнова дүртенсе урын яуланы.

Сығышы менән Ишембай ҡалаһы ҡыҙы Айгөл Иҙрисова алты йәшендә, балалар баҡсаһына йөрөгәндә үк, шашка уйнарға өйрәнә. Мәктәпкә барғас, беренсе кластан шашка секцияһына яҙыла. Яҡташыбыҙ туғыҙ йәшендә 2004 йылғы Рәсәй шәхси-команда чемпионатында халыҡ-ара шашка буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында сығыш яһай. Был ваҡытта ул Өфө ҡалаһының 23-сө балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә белем ала, 2011 йылға тиклем Ишембайҙағы “Сатраш” шашка клубы, 2012 йылдан Өфөләге “Йәшлек” шашка клубы, “Башнефть” профессиональ шашка клубы өсөн уйнай.

Яҡташыбыҙ 2013 йылда Францияла үткәрелгән Халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионатында 19 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында еңеүсе тип танылды. Бер йыл үткәс, ул Рәсәй йыйылма командаһы составында етеҙ программа буйынса Европа чемпионы исемен яуланы. Ошо уҡ йылда Беларусь Республикаһында ойошторолған халыҡ-ара шашка буйынса Европа берен­селегендә ҡыҙҙар араһында беренселеккә сыҡты.

Айгөл Иҙрисова – Рәсәйҙең халыҡ-ара шашка, шулай уҡ рус шашкаһы буйынса йәштәр йыйылма командаһы ағзаһы. Ул 2016 йылда “блиц” форматында донъя чемпионы, шулай уҡ Европа чемпионы булды һәм халыҡ-ара гроссмейстер исеменә лайыҡ булды. Былтыр 11 октябрҙә, Республика көнөндә, Ишембай ҡыҙы Италияла үткәрелгән халыҡ-ара шашка буйынса Европа чемпионатында беренсе урынға лайыҡ булды. 2013 йылда Айгөл – “рапид”, 2016 йылда – классик программала, быйыл Республика көнөндә “блиц” төрөндә беренсе урынға сыҡты.

Әлиә Әминева иһә – ҡыҙҙар араһында Европа (2002, 2007), Рәсәй (2002 – 2010) беренсе­лектәре еңеүсеһе, күп тапҡыр халыҡ-ара турнирҙарҙа беренселекте яулаған. 2008 йылдан ул – Рәсәйҙең спорт мастеры.

Афарин, яҡташтарыбыҙ! Еңеүҙәрегеҙ менән ҡотлайбыҙ, тағы уңыштар теләйбеҙ.

 

Айһылыу НИЗАМОВА.

Читайте нас: