Граждандарҙы физкультура, спорт менән даими шөғөлләнеүгә, сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп итеү өсөн республиканың Спорт министрлығы Башҡортостан бюджетынан Олимпия уйындарына ҡараған “баскетбол”, “йөҙөү” “спорт көрәше”, “теннис”, “конькиҙа фигуралы шыуыу”, “футбол”, “художестволы гимнастика” һәм Олимпия уйындары төрө булмаған “шахмат” буйынса башланғыс этапта спорт әҙерлеге хеҙмәттәре күрһәтеүгә дәүләт социаль заказын үтәү өсөн спорт ойошмаларына субсидиялар биреү маҡсатында конкурс һайлауы үткәреү башланыуы хаҡында хәбәр итә.
Субсидиялар Башҡортостан Хөкүмәтенең 2022 йылдың 6 апрелендә раҫланған ҡарарына ярашлы бирелә. Документтар 2022 йылдың 11 майына тиклем ҡабул ителә.
Башҡортостан бюджетынан субсидиялар биреүҙең маҡсаты – спорт әҙерлеген, социаль хеҙмәттәр күрһәткән ойошмаларҙың сығым вәкәләттәрен башҡарғанда финанс ярҙамы күрһәтеү.
Субсидия биреү өсөн шарттар:
1) конкурста ҡатнашыусы ойошманың спорт өлкәһендәге эшмәкәрлеге бер йылдан кәм булмаҫҡа тейеш;
2) конкурста ҡатнашыусының хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн килеүселәр хәүефһеҙлеген һәм башҡа шарттарҙы тәьмин иткән матди-техник базаһы булыуы мөһим;
3) конкурс һайлауында ҡатнашҡандарҙың спорт әҙерлеген үткәреү өсөн мотлаҡ ҡоролмаһы, спорт кәрәк-яраҡтары булыуы мотлаҡ;
4) конкурс һайлауы ҡатнашыусыһына ҡарата ликвидация процедураһы үткәрелергә һәм арбитраж судтың ойошманың йәки шәхси эшҡыуарҙың банкрот икәнлеге хаҡындағы ҡарарының булмауы талап ителә һәм башҡалар.
Конкурс шарттары, субсидиялар биреү тәртибе һәм башҡалар тураһында 218-02-92 (Ермилов Игорь Валерьевич) телефоны буйынса шылтыратып, тулыһынса белергә мөмкин.
Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 18-се йорт, 4-се бүлмә (ғаризаны журналда теркәтеү өсөн).
Фото: Башҡортостан Спорт министрлығы.