Башҡортостан юлдаш телеканалында санкциялар шарттарында республиканың иҡтисадын үҫтереүгә арналған брифингта “Торатау” геопаркынан вәкил Екатерина Кириллова ҡатнашты.
Билдәле булыуынса, Башҡортостан – геопарктар концепцияһын үҫтереү йәһәтенән лидер. Республикала Рәсәйҙә беренселәр рәтендә ЮНЕСКОның “Янғантау” геопаркы булдырылды, шулай уҡ “Торатау” геопаркы ла быға дәғүә итә.
"Беҙҙә бөтә ҡунаҡтар өсөн дә визит-үҙәктәрҙең ишектәре асыҡ, – тине Екатерина Кириллова. – Эш ваҡыты – иртәнге сәғәт 10-дан киске 7-гә хәтлем. Бында тамаҡ ялғап алырға мөмкин, видеофильмдар ҡарап була. Үҙаллы йөрөү өсөн карта бирелә, унда иһә иҫтәлекле урындар күрһәтелгән.
Брифингта төбәк кимәлендә биләмәләргә ярҙам итеү кәрәклеге әйтелде. Геопарктарға дәүләт тарафынан ярҙам булғас, туристик инфраструктура төҙөлә. 2022 йылда социаль йәһәттән уңайлы һәм хәүефһеҙ экоһуҡмаҡ һалына башлаған, ул 5,65 километрға һуҙылған, һуҡмаҡ Торатау тауының башына ҡарай йүнәлтелә.
Башҡортостан туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Ринат Фәтҡуллин билдәләүенсә, туристар ағымы артыуға табан бара. Төп маҡсат – тармаҡта күрһәтелгән хеҙмәттәр иҫәбен күбәйтеү.
Фото: "АиФ-Башкортостан".