Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
21 Апрель 2022, 19:45

Туризм тармағына - ҙур ярҙам

Был өлкәгә 800 миллион һум тирәһе аҡса йүнәлтеләсәк.

Туризм тармағына - ҙур ярҙам
Туризм тармағына - ҙур ярҙам

Башҡортостан юлдаш телеканалында санкциялар шарттарында Башҡортостанда иҡтисадты үҫтереүгә арналған брифингта республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инновация сәйәсәте министры Рөстәм Моратов туризм тармағына тос ярҙам йүнәлтелеүе тураһында белдерҙе.

"Был йәһәттән эҙмә-эҙлекле эш алып барыла, – тине ул. – Ошо көндәрҙә республикабыҙҙа Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы барлыҡҡа килде. Тышҡы санкциялар ҡыҫымында туризмға ярҙам буласаҡ - 800 миллион һум тирәһе аҡса йүнәлтеләсәк".

Брифингта билдәләнеүенсә, туризмға булышлыҡ өҫтөнлөклө йүнәлеш булып ҡаласаҡ.

Фото: "АиФ-Башкортостан".

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: