Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
22 Апрель 2022, 12:45

Милләт-ара дуҫлыҡты нығытып

Турнирҙа барлығы 12 команда үҙ көсөн һынаны.

Милләт-ара дуҫлыҡты нығытып
Милләт-ара дуҫлыҡты нығытып

Өфөләге “Йәшлек House” йәштәр майҙансығында үткәрелгән милли һәм йәмәғәт ойошмалары араһында Башҡортостан Республикаһының Евразия халыҡтары ассамблеяһы вәкиллеге етәксеһе кубогына шахмат буйынса “Халыҡтар дуҫлығы” халыҡ-ара турнирында тиҫтәнән ашыу команда ҡатнашты.

“Турнир Башҡортостанда шахматы үҫтереүгә һәм уны популярлаштырыуға, сәләмәт тормош алып барыуға булышлыҡ итеү өсөн үткәрелә. Сараның йәнә бер маҡсаты – төрлө милләт вәкилдәре йәшәгән республикабыҙҙа милләт-ара дуҫлыҡты тағы ла нығыраҡ нығытыу. Бынан тыш, шахмат ярыштарын халыҡ-ара кимәлгә сығарыу мөмкинлеге лә килеп сыҡты – беҙҙең турнирға Италия вәкилдәре лә ҡушыла”,  – тип белдергәйне Евразия халыҡтары ассамблеяһының Башҡортостандағы вәкиллеге етәксеһе Андрей Назаров.

Сарала республиканың спорт министры Руслан Хәбибов: “Шахмат – илебеҙҙәге иң яратҡан һәм хөрмәт иткән спорт төрҙәренең береһе. Унда сәнғәт һәм фән, сәм һәм логика сағылыш тапҡан. Бына ошондай турнирҙар һөҙөмтәһендә милләт-ара татыулыҡты тағы нығытырбыҙ тип һәм Башҡортостанда шахматтың популярлылығын күтәрербеҙ тип ышанам”, - тип белдерҙе.

Турнирҙа барлығы 12 команда үҙ көсөн һынаны. Улар Башҡортостандың төрлө милли-мәҙәни һәм йәмәғәт ойошмалары ағзаларынан тора ине. Һөҙөмтәләр түбәндәгесә булды:

Дөйөм командалар араһында:

1-се урын – Рәсәй әрмәндәре союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе;

2-се урын – йәһүдтәрҙең “Кохав” милли мәҙәниәте ойошмаһы;

3-сө урын – Башҡортостан татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы.

Йәштәр ойошмалары һәм корпоратив берекмәләре араһында:

1-се урын – Евразия халыҡтары ассамблеяһынң Башҡортостандағы вәкиллеге;

2-се урын – Толпар-UfaChess;

3-сө урын – хәрби хәрәкәттәр ветерандарының “Шурави-спорт” ойошмаһы.

Милли-мәҙәни автономияларҙың йәмәғәт ойошмалары араһында:

1-се урын – Рәсәй әрмәндәре союзының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе;

2-се урын – йәһүдтәрҙең “Кохав” милли мәҙәниәте ойошмаһы;

3-сө урын – Башҡортостан татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы.

Фото: БР Спорт министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: