Йәшәйештә тәү ҡарамаҡҡа ғәҙәти генә күренгән өлкәләрҙең береһе булып тойолһа ла, спорттың тәғәйенләнеше һис ябай түгел: ул халыҡты физкультура менән даими шөғөлләнеүгә, сәләмәт тормош алып барыуға өндәп кенә ҡалмай, уның данын тотош донъя ҡитғаларына таратырға булышлыҡ итә, тыныс, матур тормош алып барырға өндәй.
Әйткәндәй, быйыл Башҡортостанда Волейбол йылы тип тә иғлан ителгәйне. Тап ошо спорт төрөндә туҡталыу донъя кимәлендәге ярыштарҙың беҙҙә үткәрелергә тейешлеге менән бәйле ине. Билдәле сәбәптәр арҡаһында хәҙер был спорт сараһы уҙғарылмаһа ла, беҙҙә уға ҡыҙыҡһыныу кәмемәй. Башҡортостанда 75 мең кешенең волейболды үҙ итеүе асыҡланған, республика райондарында һәм ҡалаларында ошо спорт төрө буйынса төрлө ярыштар үткәрелә.
Күптән түгел Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре араһында ла волейбол буйынса Башҡортостандың халыҡ артисы, легендар диктор, республикабыҙҙың “алтын тауышы” Әхәт Мортазиндың яҡты иҫтәлегенә арналған волейбол турниры үткәрелде. Әхәт Мотаһар улы, эш графигы бик тығыҙ булһа ла, эфир иртә таңдан башланып төнгә тиклем барһа ла, һәр саҡ спорт менән шөғөлләнергә ваҡыт тапҡан. Ул 40 йылға яҡын яңылыҡтар тапшырыуын, репортаждарҙы алып барған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның ғүмере 2018 йылдың яҙында өҙөлдө. Ул һәр ваҡыт студияла ла, спорт майҙансығында ла лидер, әүҙем һәм башлап йөрөүсе, ойоштороусы булған. Сираттағы сара ла журналистарҙы, ҡәләм оҫталарын, Әхәт Мотаһар улының дуҫтарын бергә тупланы. Быйылғыһында дикторҙың улы, Өфө ҡалаһы Киров районы буйынса Граждандарҙы яҡлау идаралығы етәксеһе Салауат Мортазин да ҡатнашты.
Был спорт сараһын Башҡортостандың Журналистар союзы, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Башҡортостан 24” телеканалы, “Юлдаш” радиоһы ойошторҙо. Сараға данлыҡлы дикторҙың ҡатыны, билдәле радиожурналист, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты Тәнзилә Үлмәҫбаева, Әхәт Мотаһар улын яҡшы белгәндәр һәм башҡалар килгәйне.
– Әхәт Мортазиндың яҡты иҫтәлегенә арналған турнирға әҙерлек алдан барҙы. Әле лә, сара тамамланһа ла, киләһе ярыштарға әҙерлек сиктәрендә күнекмәләр дауам итә. Һәр кесаҙнала Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының спорт залында күнекмәләр үткәрелә. Киләһе турнирҙарҙы йәнә лә киңерәк ойошторорға уйлайбыҙ: күберәк журналистар, Журналистар союзы ағзалары ҡатнашасаҡ, – тип белдерҙе Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов.
“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто исеменән сығыш яһаған ҡәләмдәштәребеҙ былтыр көҙҙән алып күнекмәләргә даими әҙерлек алып барҙы. Ошондай мөмкинлек биргән Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы директоры Булат Зинуровҡа, тренерҙар Мирза Самарбаев менән Вәзих Әфләтүновҡа сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Сараға быйыл сәхнә “йондоҙҙар”ы ҡушылды. Был иһә үҙенә күрә бер матур яңылыҡҡа әйләнде. Беренсе тапҡыр ғына ҡатнашһалар ҙа, юғалып ҡалманылар, спорт сараһына тиҙ, әүҙем генә ҡушылдылар.
– Әхәт Мортазин минең һабаҡташым ине: уның менән бергә Сибай педагогия училищеһында белем алғайныҡ. Шуға уның яҡты иҫтәлегенә арналған турнирҙа “Йондоҙҙар” командаһын төҙөп ҡатнашырға булдыҡ, – тип белдерҙе сарала Кинйә Сәғит улы Күскилдин.
Шулай итеп, турнирҙа “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто, “Юлдаш” радиоһы, Башҡортостан дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы, “Рәсәй-24. Башҡортостан”, “Йондоҙҙар” командалары алышты. Шуныһы ҡыуаныслы: ҡәләмдәштәребеҙ – “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто журналистары – беренселекте бирмәне. Икенсе урынға “Башҡортостан – Рәсәй” дәүләт телерадиокомпанияһы сыҡһа, өсөнсөнө “Йондоҙҙар” командаһы яуланы.
Турнирҙа ҡатнашыусылар өсөн еңеү түгел, спортҡа тоғролоҡ һәм диктор Әхәт Мортазинды иҫкә алыу иң төп маҡсат ине.
Быйыл волейбол уйындары барышын тура эфирҙа ҡарап булды. Ярыштар Башҡортостан юлдаш телевидениеһының социаль селтәрҙәрендә күрһәтелде. Был иһә күптәргә турнир барышын күҙәтеп барыу мөмкинлеген бирҙе.
Сығышы менән Учалы районынан булған яратҡан дикторыбыҙ Әхәт Мортазиндың ғүмере иртә өҙөлдө: 2018 йылдың 3 мартында – 59 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Әммә уның тураһындағы яҡты иҫтәлек күңелебеҙҙә оҙаҡ һаҡланыр, был спорт сараһы даими үткәрелер...
Тәнзилә ҮЛМӘҪБАЕВА, дикторҙың ҡатыны, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре:
– Әхәт Мортазиндың хәтерен мәңгеләштереү буйынса матур сара үтте. Бик күркәм күренешкә әйләнде ул. Унда, журналистар, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән, быйыл “йондоҙҙар”ҙың – Вилдан Яруллиндың, Артур Туҡтағоловтың, фән өлкәһенән Илгиз Солтанморатовтың, шулай уҡ ваҡыты бик тығыҙ булһа ла, килергә форсат тапҡан эшҡыуар Кинйә Күскилдиндең, йәш артистар Юнир Һағынбаев менән Салауат Мөхәмәтйәровтың сараға ҡушылыуы бик яҡшы.
Турнирҙа Әхәт Мотаһар улының коллегалары ҡатнашыуы ла матур күренешкә әйләнде. Ул киң мәғлүмәт саралары, телевидение, радио журналистары менән һәр саҡ яҡшы мөғәмәләлә булды.
Әхәт Мортазиндың рухы ҡыуанғандыр тип ышанам. Билдәле шәхестәр исеме менән бәйле бына ошондай саралар үткәрелергә, уларҙың исеме мәңгеләштерелергә тейеш. Донъя – ҡуласа ул, яҡшы эштәр атҡарылырға тейеш. Был турнирҙы ойоштороусыларға, сараны үткәргән “Динамо” стадионы етәкселегенә ҙур рәхмәтемде белдерәм.
Салауат МОРТАЗИН, Өфө ҡалаһы Киров районы буйынса Граждандарҙы яҡлау идаралығы етәксеһе:
– Атайым спортты, бигерәк тә волейболды ныҡ яратты. Ниндәй генә хәл булмаһын, ул аҙнаһына ике көнөн тап ошо спорт төрөнә бүлде. Үҙем дә спорт менән шөғөлләнәм, волейбол буйынса аҙнаһына бер тапҡыр күнекмәләр үткәрәбеҙ. Был турнирҙың үткәрелеүе, унда хеҙмәттәштәренең ҡатнашыуы, ҡәҙерле кешебеҙҙе хәтерләүе өсөн шатланам. Был сараны ойошторғанға ҙур рәхмәт!
Вилдан ЯРУЛЛИН, Башҡортостандың халыҡ артисы, “Башҡортостан” дәүләт концерт залы директоры:
– Волейбол буйынса үткәрелгән был турнир бик көнүҙәк, бик урынлы, бигерәк тә йәштәр өсөн кәрәк. Халҡыбыҙҙа тиккә генә “Хәрәкәттә – бәрәкәт” тип әйтмәгәндәр. Беҙ “Башҡортостан” дәүләт концерт залы коллективы менән аҙнаһына ике тапҡыр мини-футбол буйынса күнекмәләр үткәрәбеҙ. Тағы шуныһы: республикалағы район хакимиәттәре менән берлектә ошо спорт төрө буйынса ярыштар ойошторабыҙ һәм йыш ҡына еңеү яулайбыҙ. Ярты Башҡортостанды урап сыҡтыҡ инде.
Илгиз ИШБУЛАТОВ, “Һәнәк” журналының яуаплы секретары:
– Матчтар көсөргәнешле генә барҙы. Турнирҙың баш тренеры Мирза Самарбаев һәм уның ярҙамсыһы Вәзих Әфләтүнов уларҙы ғәҙел баһаланы. Беҙ, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто, дөйөм һөҙөмтәләр буйынса беренселекте яулауға өлгәштек. Бының өсөн үткән йылдың көҙөнән алып һәр кесаҙна һайын күнекмәләр үткәргәйнек.
Айһылыу НИЗАМОВА әҙерләне.