Спорт һәм туризм
24 Апрель 2022, 15:00

Урал аръяғы хакимиәте командаларының спартакиадаһы үтте

Сарала бөтәһе һигеҙ команда ҡатнашты һәм төрлө ярыштарҙа үҙҙәренең көсөн һынап ҡараны.

Урал аръяғы хакимиәте командаларының спартакиадаһы үттеУрал аръяғы хакимиәте командаларының спартакиадаһы үтте
Урал аръяғы хакимиәте командаларының спартакиадаһы үтте

Кисә Сибай ҡалаһында Урал аръяғы ҡала һәм райондары хакимиәттәре араһында спартакиада үтте.
Һигеҙ команда спортсылары төрлө ярыштарҙа үҙҙәренең таһыллығын һынап ҡараны. Һөҙөмтәлә беренсе урынға Бөрйән районы хакимиәте сыҡты. Сибайҙар икенсе булһа, хәйбуллалар өсөнсө урынды яуланы. Был юлы спартакиадала ҡатнашыусыларға ярыштың яңы төрҙәре лә индерелде. Мәҫәлән, "Ирәндек" боҙ һарайында быйма кейеп хоккей уйнанылар, конькиҙа уҙыштылар, аҙаҡ рәхәтләнеп бассейнға ырғып, йөҙҙөләр. Сара район-ара бәйләнеште нығытыу, үҙ-ара аралашыу өсөн майҙансыҡ та булды.
Ярыштар тамамланғас командалар "ZаРоссию" музыкаль-патриотик марафонында ҡатнашты.

Фотолар: "Сибайский рабочий" гәзитенән.

Урал аръяғы хакимиәте командаларының спартакиадаһы үтте
Урал аръяғы хакимиәте командаларының спартакиадаһы үтте
Урал аръяғы хакимиәте командаларының спартакиадаһы үтте
Урал аръяғы хакимиәте командаларының спартакиадаһы үтте
Автор:Карима Усманова
Читайте нас