“Беҙҙең “Шүлгәнташ” музей-комплексының тәүге ҡунаҡтарының береһе Рәсәй Фәндәр академияһы президенты Александр Михайлович Сергеев булыуы символик мәғәнәгә эйә. Музей бик ҡыҙыҡлы, сағыу, мәғлүмәтле экспозициялары һәм тәрән фәнни йөкмәткеһе менән үҙенсәлекле буласаҡ. Әле ҡайһы бер эштәрҙе тамамлау бурысы тора. Июнь урталарынан иһә комплекс теләге булған һәр кемде ҡабул итәсәк.
Музейҙа ете тематик блок: “Таймлайн”, “Медиазал”, “Ҡаялағы сәнғәт”, “Археология”, “Тәбиғи-фәнни”, “Һаҡлау”, “Урал-батыр” эпосы”. Иң төп экспонат – мәмерйәлә төшөрөлгән боронғо һүрәттәрҙең репродукцияһы. Уны махсус заказ буйынса француз ғалимдары башҡарҙы.
Беҙҙең өсөн был урынды туристарға ҡыҙыҡлы итеү мөһим. Бында ғилми үҙәк эшләйәсәк, ғалимдар йыйыласаҡ, тикшереүҙәр уҙғарасаҡ. Симфоник оркестрҙың концертын көтөп ҡалабыҙ. Бында тормош гөрләйәсәк, ҡайнаясаҡ.
Былтыр беҙ “Шүлгәнташ”ҡа юлды ремонтланыҡ, быйыл мобиль бәйләнеш мәсьәләһен хәл иттек. Газ үткәреп, яҡшы ҡунаҡхана төҙөргә ҡалды. Бына шулай әкренләп Бөрйән районында халыҡ өсөн ҡыҙыҡлы буласаҡ тағы бер үҙәк барлыҡҡа килтерәсәкбеҙ”, - тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Фото һәм сығанаҡ: vk.com/wall413272232_794491