Башҡортостан йыйылма командаһы халыҡ-ара шашка буйынса командалар араһында үткәрелгән Рәсәй чемпионатында дүрт миҙал яуланы.
Мәскәү өлкәһендә ойошторолған спорт сараһында Башҡортостан командаһы, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеп, алтын, көмөш һәм ике бронза миҙалға лайыҡ булды. Өфөнән гүзәл зат вәкилдәре Тамара Танһыҡҡужина, Айгөл Иҙрисова, Кристина Осипова, Айгизә Мөхәмәтйәнова, Ишембайҙан Әлиә Әминева ингән команда беренселекте яуланы, Айнур Шәйбәковтан, Тамерлан Әхмәровтан (Өфө), Муродулло Амриллаевтан (Стәрлетамаҡ), Йәнис Сафиндан, Анатолий Татаренко һәм Елена Мильшинанан (Ишембай) торған команда икенсе һәм өсөнсө урынға сыҡты.
Шуныһы һөйөнөслө: Өфө уҡыусылары Айгизә Мөхәмәтйәнова менән Тамерлан Әхмәров исемдәре алыҫ тарафтарға бик яҡшы таныш гроссмейстерҙар менән ярыштарҙа һынатманы. Әйткәндәй, Тамерландың быға тиклем дә республиканың йыйылма командаһы составында Рәсәй чемпионаттарында еңеү яулағаны бар ине. Быйыл беренсе тапҡыр чемпион исеменә лайыҡ булған Айгизә иһә үҙенең ике партияһында ла еңеп сыҡты һәм командабыҙға беренсе урынға сығырға булышлыҡ итте.
Айһылыу НИЗАМОВА