Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
29 Апрель 2022, 11:59

Исемлеккә ике тренерыбыҙ ингән

koronavirus.center
Фото:koronavirus.center

Хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми интернет-порталында хәбәр ителеүенсә, Рәсәй Президенты республикабыҙ тренерҙары – Октябрьский ҡалаһынан Василий Савкинға һәм Өфөнән Рөстәм Фәйезовҡа рәхмәт белдергән.

Ҡарарҙа әйтелгәнсә, Октябрьский ҡалаһындағы 1-се спорт мәктәбенең бокс буйынса тренеры Василий Савкинға һәм Башҡортостан Республикаһы Олимпия резервындағы спорт мәктәбенең биатлон буйынса тренеры Рөстәм Фәйезовҡа физик культураға һәм спортҡа күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн рәхмәт бел­дерелгән.

Василий Савкин халыҡ-ара класлы спорт мастерҙарын, Рәсәй, Европа, донъя һәм башҡа халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй чемпионаттары еңеүселәрен үҫтергән. Уның тәрбиәләнеүселәре Рәсәйҙең бокс буйынса йыйылма командаһына инә. Василий Степанович “Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре”, “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре” исемдәренә лайыҡ булған.

Рөстәм Фәйезов – бобслей буйынса спорт  мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, Бөтә Рәсәй категориялы судья. 2006 йылда Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнгән.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: