Башҡортостан
-12 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
29 Апрель 2022, 12:04

Кемдәрҙең субсидияға хоҡуғы бар?

ki-news.ru
Фото:ki-news.ru

Граждандарҙы физкультура, спорт менән даими шөғөлләнеүгә, сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп итеү өсөн республиканың Спорт министрлығы  “баскетбол”, “йөҙөү” “спорт көрәше”, “теннис”, “конькиҙа фигуралы шыуыу”, “футбол”, “художестволы гимнастика” һәм  “шахмат” буйынса башланғыс этапта спорт әҙерлеге хеҙмәттәре күрһәтеүгә дәүләт социаль заказын үтәү өсөн спорт ойошмаларына субсидиялар биреү маҡсатында конкурс һайлауы  башланыуы хаҡында хәбәр итә.

Субсидиялар Башҡортостан Хөкүмәтенең 2022 йылдың 6 апрелендә раҫланған ҡарарына ярашлы бирелә. Документтар 2022 йылдың 11 майына тиклем ҡабул ителә.

Башҡортостан бюджетынан субсидиялар биреүҙең маҡсаты – спортҡа әҙерлек сараларын, социаль хеҙмәттәр күрһәткән ойошмаларҙың сығым вәкәләттәрен башҡарғанда финанс ярҙамы күрһәтеү.

Субсидия биреү өсөн шарттар:

1) конкурста ҡатнашҡан ойошманың спорт өлкәһендәге эшмәкәрлеге бер йылдан да кәм булмаҫҡа тейеш;

2) конкурста ҡатнашыусының хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн ҡулланыусылар хәүефһеҙлеген һәм башҡа шарттарҙы тәьмин иткән матди-техник базаһы булыуы мөһим;

3) конкурс һайлауында ҡатнашҡандарҙың спорт әҙерлеген үткәреү өсөн мотлаҡ ҡоролмаһы, спорт кәрәк-ярағы булыуы мотлаҡ;

4) конкурс һайлауында ҡатнашыусыға ҡарата ликвидация процедураһы үткәрелергә һәм арбитраж судтың ойошманың йәки шәхси эшҡыуарҙың банкрот икәнлеге хаҡындағы ҡарарының булмауы талап ителә.

Конкурс шарттары, субсидиялар биреү тәртибе һәм башҡа мәсьәләләр тураһында 218-02-92 (Игорь Валерьевич Ермилов) телефоны буйынса шылтыратып, тулы белешмә алырға мөмкин.

Ғаризаны журналда түбәндәге адрес буйынса теркәтергә кәрәк: Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 18-се йорт, 4-се бүлмә.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас в